Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТКАЧЁВ Валентин Филиппович

Просмотров: 370

ТКАЧЁВ Валентин Филиппович (7.2.1933, Белорус ССР‑ы — 17.3. 2008, Өфө), тау инженеры‑гидрогеолог. БР‑ҙың атҡ. геологы (1985). Ленинград тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: техник‑гидрогеолог, 1958 й. башлап йыйылма гидрогеология партияһының, 1960 й. — Башҡ‑н гидрогеология партияһының, 1965 й. — “СССР гидрогеологияһы” тематик партияһының отряд нач., 1972 й. алып Башҡ‑н комплекслы гидрогеология һәм инженерлыҡ‑геол. партияһының баш гидрогеологы, нач., 1989 й. — баш гидрогеолог. 1992—98 йй. БР‑ҙың Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу б‑са дәүләт ком‑тында геоэкология һәм гидрогеология бүлеге начальнигы. 2001—04 йй. БР “Башгеолцентр” ДУП‑ының баш гидрогеологы. 2006—07 йй. “Башгеопроект” ЯСЙ‑ның Геология һәм ятҡылыҡтар үҙләштереү идаралығында тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге инженеры. 1963—65 йй. Кубала эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге гидрогеологияға, 1:500000 масштабында гидрогеологик төшөрөүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреүгә, ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауға; респ. торама пункттарын һыу м‑н тәьмин итеү проблемалары сиселешенә арналған. Т. тарафынан атом электростанцияһы, Өфө һыу алыу ҡоролмалары, Аҡъяр һыуһаҡлағысы, Йомағужа һыуһаҡлағысы, Нөгөш һыуһаҡлағысы, “Танып” шифаханаһы һ.б. төҙөлөшөнә; “Асы”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ” һ.б. шифаханалар үҫешенең нигеҙе булған минераль һыу һәм минераль ләм ятҡылыҡтарын табыу һәм разведкалау эштәренә гидрогеологик дәлилдәр килтерелгән. Т. етәкс. респ. райондарын һыу менән тәьмин итеү торошон тикшереү системаһы төҙөлгән, “БР‑ҙың эсәр һәм минераль һыуҙары” президент программаһы эшләнгән һәм ғәмәлгә ашырылған (2001). Тирә‑яҡ мөхитте, ер аҫтын, һыуҙы һаҡлау өлкәһендә респ. ҡануниәтенең системаһын булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “СССР гидрогеологияһы. Башҡорт АССР‑ы” (“Гидрогеология СССР. Башкирская АССР”; 15‑се том, 1972) монографияһы төп авторҙарының береһе.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019