Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРИАС

Просмотров: 784

ТРИАС (гр. trias — троица), т р и а с  с и с т е м а һ ы (о с о р о), мезозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 251,0±0,4 млн йыл, тамамланыуы — 199,6±0,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). Үҙәк Европа киҫелештәрендә айырылған урындағы өс стратиграфик бүлексәне [сыбар ҡомташ, ҡабырсаҡлы эзбизташ һәм сыбар мергель (кейпер; Ф.Альберти, 1834)] берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Т. аҫҡы, урта, өҫкө бүлектәргә (дәүерҙәргә) бүленә. Аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) — һинд, оленёк ярустарына; уртансыһы — анизий, ладин; өҫкө бүлеге карний, норий, рэт ярустарына айырыла. Т. осоронда Пангея суперконтинентының формалашыуы тамамлана һәм уның емерелеүе башлана. Пермь һәм Т. сигендә эпиконтиненталь рифтогенез процесы барлыҡҡа килә, ул Себер платформаһының, Таймыр ярымутрауҙарының көнбайыш өлөшөн, Көнбайыш Себер плитаһын һәм Уралдың байтаҡ өлөшөн үҙ эсенә алған көслө магматизм м‑н оҙатыла. Магматизмдың төп импульсы — бер нисә млн йыл; Т. урта дәүерендә көсһөҙөрәк импульстар китә. Суперплюм (ҡара: Плюм‑тектоника) м‑н бәйле булған магматизм эпизоды үҫемлектәр һәм хайуандарҙың тотош төркөмдәренең ҡырылып бөтөүенә килтерә, тип фараз ителә. Т. 2‑се ярт. Урта һәм Көнбайыш Европала эвапориттар (гипс һәм тоҙ) формалаша; Уралда, Себерҙә, Урта Азияла, Һинд‑Ҡытайҙың көнсығышында, Аппалачи тауҙарында, Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала, Көнсығыш Австралияла, Һиндостанда, Приморьела һәм Японияла терриген тоҡомдар һәм күмер туплана. Пангеяға киң клин булып ингән Тетис океаны сиктәрендәге Урта диңгеҙҙә карбонатлы ултырма тоҡомдар тупланыуы бара; йылы климат шарттарында ылымыҡтар, мәрйендәр, ҡабырсаҡлы моллюскылар һ.б. организмдарҙан барлыҡҡа килгән карбонатлы риф массивтары үҫеш ала. Океандың тәрән өлөшөндә суғырмаҡлы цефалопод эзбизташтары таралған. Ҡоро ерҙәге үҫемлектәр донъяһы өлөшләтә өҫкө пермь дәүере һыҙаттарын һаҡлай, әммә Т. осоронда ағас һымаҡ көкөрт үләндәре һәм каламиттар, кордаиттар, боронғо абағалар һәм боронғо ылыҫлы ағастарҙың күпселек өлөшө юҡҡа сыға. Диптерий абағалар, саговниктар, беннеттиттар, гинкголар, мезофит ылыҫлы ағастар, ҡырҡбыуын үҫемлектәр таралған. Т. хайуандар донъяһына һөйрәлеүселәр хас. Пермь ваҡытында йәшәгән лабиринтодонт, котилозаврҙар м‑н бергә мезозойға хас архозаврҙар, ихтиозаврҙар, ташбаҡалар, Т. аҙағында ҡылсыҡлы балыҡтар барлыҡҡа килә. Диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары араһында пермь аҙағында хасил булған һәм Т. аҙағында һәләк булған цератиттар (аяҡбаш моллюскылар) өҫтөнлөк итә; пелециподтар, гастроподтар, наутилоидеялар хас; тәүге тапҡыр белемниттар һәм аммониттар барлыҡҡа килә. Төньяҡ, Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмаларҙан һоро күмер ятҡылыҡтары (Силәбе һоро күмер бассейны һ.б.) билдәле.

Әҙәб.: Л е о н о в Г.П. Историческая геология. М., 1956; Стратиграфия СССР. Триасовая система. М., 1973; А new Geologic Time Scale with special reference to Precambrian and Neogene /F.M.G r a d s t e i n [et al.] //Reprintedfrom Episodes. 2004. Vol.27. №2.

В.Н.ПучковТәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019