Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУЙМАЗАНЕФТЬ”

Просмотров: 518

“ТУЙМАЗАНЕФТЬ”н е ф т ь  һ ә м  г а з  с ы ғ а р ы у  и д а р а л ы ғ ы. Туймазы нефть ятҡылығын, Туймазы, Шишмә һәм Әлшәй р‑ндары терр‑яһындағы Алкин, Арҙат, Дәүләкән һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. Составына нефть һәм газ сығарыу (7), ҡатламда баҫымды тотоу (2), нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, ғилми‑тикшеренеү һәм етештереү эштәре һ.б. цехтар инә. Бырауланған скважиналар фонды — 5343 берәмек. 2004 й. 2533 кеше эшләгән; 904 мең т нефть сығарылған.

1938 й. “Башнефть” берекмәһе составында “Т.” нефть сығарыу тресы булараҡ ойошторола, 1951 й. башлап нефть промыслаһы идаралығы, 1970 й. — НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2002 й. — ЯСЙ. 2005 й. “Т.” “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Өфө” филиалы составына инә, 2010 й. алып “Башнефть—Добыча” ЯСЙ составында. 2005 й. 338,9 млн т нефть сығарылған; макс. сығарыу кимәле — 14,9 млн т (1966). “Т.” тәүге тапҡыр ҡатламда баҫымды тотоу һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн ҡатламдарҙың контур аръяғы буйлап һыу ебәреү, скважиналарҙы батарейҙарға берләштереү индерелә, быраулауҙың тығыҙлығын һирәгәйтеү, һыуҙы әҙерләү һәм һыу ҡыуҙырыу скважиналарын үҙләштереү, промыслаларҙа нефтте әҙерләү технологиялары, үҙләштереүҙе контролдә тотоу ысулдары уйлап табыла, контур яны буйлап һыу ебәреү һәм бер скважина м‑н ике объектты айырып эксплуатациялау һ.б. тәҡдим ителә. “Т.” м‑н П.П.Галонский, Т.М.Золоев, И.П. Нифантов, А.Т.Шмарев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019