Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы

Просмотров: 736

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы (18.2.1924, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Төпәй а. — 16.3.2018, Өфө ҡ.), журналист. Техник фәндәр кандидаты (1962).СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982).   Журналистар союзы ағзаһы (1998). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1958 й. алып Авиация технологияһы һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑нда (Мәскәү ҡ.): 1962 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 й. — баш инженер; 1968 й. алып Урал филиалы (Өфө ҡ.) начальнигы урынбаҫары. 1970—88 йй. ӨАИ‑ла уҡыта. 1995—98 йй. “Башҡортостан Республикаһы сәйәси репрессия ҡорбандарының хәтер китабы”н (“Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан”) әҙерләү һәм баҫтырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе урынбаҫары, 1996—2001 йй. баш мөхәррир урынбаҫары. Матбуғатта сәйәси репрессия ҡорбандары, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы мәҡәләләре менән сығыш яһай. Башҡ. антропонимикаһы буйынса бер нисә һүҙлек авторы: “Башҡорт фамилиялары” (2008), “Башҡорт исемдәренең мәғәнәүи һүҙлеге” (2010) һ.б. 1991 й. башлап Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 й. — почётлы президенты. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022