Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРМАЛИН

Просмотров: 374

ТУРМАЛИН (нем. Turmalin), ҡулсалы силикаттар ярым класы минералы, XY3Z6[Si6O18][BO3]3(OH,F)1+3, унда X — Na, Ca, K; Y — Mg, Fe2+, Mn, Li, Al; Z — Al, Mg, Fe3+. Сикле компоненттары булған изоморф рәттәре хас: шерл (Y — Fe2+), дравит (Y — Mg), эльбаит (Y — Li, Al) һ.б. Кристалдары призма формаһында, сферик өсмөйөш рәүешендә буй киҫелеше, сиктәрендә вертикаль штрихтар бар. Агрегаттары параллель ҡолғалы, радиаль‑нурлы, бөртөклө, сүсле. Составына ҡарап рубеллит (алһыу-ҡыҙыл), индиголит (зәңгәр), верделит (йәшел), шерл (ҡара) һ.б. айырыла. Полихром Т. осрай. Быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 7—7,5, тығыҙлығы 2900—3200 кг/м3, йәбешкәнлеге камил түгел. Пиро‑ һәм пьезоэлектр үҙсәнлектәренә эйә. Гранитоид, роговик, грейзен, березит, кварцлы юлаҡ, метаморфланған тоҡомдарҙың акцессор минералы; терриген тоҡомдарҙың минерал һынығы. Радиотехникала һәм шартлау көсөн үлсәй торған приборҙарҙа пьезоэлектрик булараҡ ҡулланыла. Үтә күренмәле Т. аҫылташ һанала (рубеллит һ.б.). БР‑ҙа дравит мәҡсүт метаморфик комплексында, һәүәнәк метаморфик комплексында, белорет метаморфик комплексында акцессор минерал булып тора. Т. аллювиаль ултырмаларҙа, терриген тоҡомдарҙа, ш. уҡ Кузьма‑Демьяновка тимер мәғдәне сығанағының мәғдән яны тоҡомдарында (10%‑ҡа тиклем; Учалы р‑ны) бар; Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығының брекчия мәғдәне цементында табылған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019