Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУФ

Просмотров: 340

ТУФ (итал. tufo), вулкан урғылыуының ҡаты продукттарынан (көл, лапилли, бомбалар, тау тоҡомдарының һыныҡтары) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Т. һыныҡтар тигеҙһеҙ һәм сортланмаған, цемент — ваҡ бөртөклө вулкан материалы, балсыҡлы һәм ташлы матдә. Т. вулкан‑кластик материалдар күләме 90%‑тан ашыу тәшкил итә. Һыныҡтар составы б‑са базальтлы, андезитлы, риолитлы һ.б.; характеры б‑са — лито‑, кристалл-кластик, витрокластик, ҡатнаш Т.; дәүмәле б‑са — уҡмаш вулкан (200 мм ашыу), вулкан (30—200 мм) брекчиялары, лапилли (10—30 мм), ҙур (5—10 мм), уртаса (1—5 мм), ваҡ (0,1—1,0 мм), үтә ваҡ (0,1 мм кәмерәк) Т. айырыла. Төҫө составына һәм тупланыу мөхитенә бәйле (диңгеҙ Т. ғәҙәттә йәшел төҫтә, континенталь Т. — ҡыҙғылт). Йөҙләү, стена материалдары, биҙәү ташы, бетондың ҡом ҡатышмаһы сифатында ҡулланыла. БР‑ҙа Магнитогорск мегасинклинорийында таралған. Т. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының кәҫтәрендә була. Абҙаҡ Т. ятҡылығы (Әбйәлил р‑ны) үҙләштерелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019