Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫЛСЫМ

Просмотров: 335

ТЫЛСЫМ, а м у л е т (лат. amuletum), хөрәфәттәр б‑са, эйәһенә уңыш, бәхет килтереүсе, яуыз көстәрҙән һаҡлаусы әйбер (ҡара: Һаҡлағыс). Т. сепрәккә төрөп йәки күн м‑н көпләп, кейемгә ҡуша теккәндәр, тәнгә яҡын йөрөткәндәр, сәскә ҡушып үргәндәр һ.б. Тәүтормош дини инаныуҙарына (ҡара: Магия, Фетишизм) барып тоташҡан Т. ҡөҙрәтенә ышаныу, күп халыҡтарҙа монотеистик дин ҡабул иткәндән һуң да һаҡланып ҡалған. Исламға тиклемге осорҙа башҡорттарҙа айыу йәки бүренең аҙау теше һәм тырнағы, ҡаҙ йәки өйрәк ҡанаты, ҡыҙыл туҡыма киҫәге, ҡыҙыл (ҡайһы берҙә зәңгәр йәки аҡ) еп, тишекле таш һ.б. әйберҙәр Т. булып хеҙмәт иткән. Ислам таралыу м‑н махсус эшләнгән Т. — бетеү барлыҡҡа килә.

 

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019