Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЯЖЁВА Александра Павловна

Просмотров: 442

ТЯЖЁВА Александра Павловна (14.4. 1901, Сембер губ. Арҙат ҡ. — 14.10. 1978, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1951). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1929). 1928 й. алып СССР ФА‑ның Башҡ‑н экспедицияһы геол. отрядының геол.‑разведка партияһында эшләй; 1931  —58 йй. Көньяҡ Урал геол. идаралығының төп геологы, партия нач.; 1952—73 йй. Геология ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1958 — 70 йй. стратиграфия һәм палеонтология лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал көнбайыш битләүенең девон һәм ташкүмер ултырмалары стратиграфияһын һәм палеонтологияһын тикшереүгә арналған. Т. тарафынан девон брахиоподтарының яңы төрҙәре тасуирланған. Көньяҡ Урал бокситлы бассейнын асыуҙа ҡатнашҡан. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Девонские отложения Башкирии. Ч.1. Стратиграфия. М., 1961 (авторҙ.); Кораллы и брахиоподы пограничных отложений силура и нижнего девона западного склона Южного Урала. М., 1972 (авторҙ.); Кораллы и брахиоподы нижнего девона Южного Урала. М., 1976 (авторҙ.).

В.А.Маслов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019