Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘА БАЙРАМЫ

Просмотров: 804

УРАҘА БАЙРАМЫ, У р а ҙ а  ғ ә й е т е, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Шәүүәл айының (мосолманк алендарының 10‑сы айы) 1‑се көнөнән башлана, 3—4 көн бара. Рамаҙан айында (мосолман календарының 9‑сы айы) 30 көн дауам иткән ураҙаның тамамланыуын аңлата, ураҙа ваҡытында мосолмандар ҡояш ҡалҡҡандан ҡояш батҡанға тиклем ашауҙан, эсеүҙән, уйын‑көлкөнән, тамашанан һ.б. тыйылып торорға (ауырыуҙар, 7 йәшкә тиклемге балалар, сәйәхәтселәр һ.б. азат ителә) тейеш. Мосолмандар иртә м‑н мәсеткә бара, унда намаҙ уҡый, байрамдың әһәмиәте т‑да хөтбә тыңлай. Байрам йолалары башланыр алдынан диндарҙар зәҡәт‑әл‑фытыр (ҡара: Зәҡәт) тарата. У.б. ваҡытында байрам аштары бешереү, ҡунаҡҡа йөрөшөү, бүләктәр бирешеү, мәрхүмдәрҙең ҡәберенә барыу ҡабул ителгән. БР‑ҙа 1992 й. алып У.б. беренсе көнө ял — байрам көн тип иғлан ителгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019