Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘАҠОВ Камил Рәхмәтулла улы

Просмотров: 350

УРАҘАҠОВ Камил Рәхмәтулла улы (9.8.1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1996). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) БАССР‑ҙың А.х. министрлығында инженер. 1975 й. алып һәм 1996 й. — Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: өлкән инженер, сектор мөдире, өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире; 1992 й. башлап “ЛУКойл‑Урал” ЯСЙ‑нда (Өфө): бүлек нач., ғилми‑тикшеренеү эштәре үҙәге дир.; 1995 й. алып “Нефтегазтехнология” Ғәмәлгә индереү инженерлыҡ ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә бүлек мөдире, 2005 й. — “Роснефть—УфаНИПИнефть” ЯСЙ‑ның нефть сығарыу б‑са баш технологы, 2014 й. – мониторинг системаларының үҫеш департаменты төп белгесе, бер үк ваҡытта 2013 й. алып ӨДНТУ‑ның машиналар һәм ҡорамалдар каф. уҡытыусыһы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть скважиналарын эксплуатациялау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. У. тарафынан насос ҡулайламаларының ер аҫты өлөшөндәге сиктәре ышҡылыу, арауыҡтағы скважина үҙәге параметрҙарының эш насостары характеристикаларына тәьҫир итеү механизмдары тикшерелә; йүнәлешле үҙәк профиле булған скважиналарҙы эксплуатациялағанда барлыҡҡа килгән тотҡарлыҡтарҙы иҫкәртеү ысулдары эшләнә. У. етәкс. насос ҡорамалдарын һайлап алыу һәм нефть скважиналарының технологик режимын оптималләштереү өсөн программа-технология комплексы һәм сеймал сығарыу скважиналарының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн техник саралар уйлап табыла. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 120 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Эксплуатация наклонно направленных насосных скважин. М., 1993; Насосная добыча высоковязкой нефти из наклонных и обводненных скважин. М., 2003 (авторҙ.); Справочник по добыче нефти. СПб., 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019