УСОВА Антонина Васильевна
УСОВА Антонина Васильевна [4.8. 1921, АСБР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡарлыхан а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) – 8.8.2014, Силәбе], педагог‑методист. Рәсәй мәғариф акад. академигы (1995), пед. ф. д‑ры (1970), проф. (1973). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1946). 1951 й. алып Силәбе пед. ун‑тында эшләй (1973—2006 йй. физика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре вуз дидактикаһы проблемаларына, физика курсы б‑са уҡыусылар өсөн үҙ аллы эш ойоштороуға, дөйөмләштерелгән танып белеү оҫталығын булдырыу методикаһына һ.б. арналған. У. тарафынан үҙ аллы эштәр системаһы төҙөлөшөнөң дөйөм дидактик принциптары төҙөлә һәм классификациялана. 500‑ҙән ашыу фәнни эш, ш. иҫ. вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2006) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Формирование у школьников научных понятий в процессе обучения. М., 1986; Теория и методика обучения физике в основной школе. Ульяновск, 2006.
К.Ш.Әхиәров
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина
П.: А.В.Усова