Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСПЕНИЕ ИР‑ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

Просмотров: 383

УСПЕНИЕ ИР‑ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ (3‑сө класлы). 16 б. аҙ. Өфөлә Савва‑Сторожи монастыры (Звенигород ҡ.) монахтары тарафынан асыла (унда һуңынан Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры урынлаша). Секулярлаштырыу осоронда ябыла, 1799 й. Ырымбур һәм Өфө епархиялары (ҡара: Өфө епархияһы) асылыу м‑н Өфөнән 3 саҡрымда яңынан тергеҙелә. 1721—64 йй. У.и.‑е.м. настоятелдәре Өфө дини идараһына етәкселек итә. 1880—93 йй. монастырға Өфө епархияһы епископтары идара итә, 1902 й. дөйөм тораҡ статусын ала. У.и.‑е.м. эргәһендә Пресвятая Богородица Успениеһы (ҡара: Өфөләге сиркәүҙәр) һәм Раббы Богоявлениеһы хөрмәтенә сиркәүҙәр эшләй. 19 б. башынан 2 сиркәү була. Владимир сиркәүе, таштан, 1803 й. нигеҙләнә, 1810 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә; 3 өҫтәле була: төп өҫтәл – Владимир Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә (1855 й. ҡабат изгеләндерелә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1856 й. Пресвятая Богородица Успениеһы хөрмәтенә), приделдарҙа – Христос Раштыуаһы һәм святитель Николай Чудотворец хөрмәтенә эшләнә. Митрофан сиркәүе, таштан, ағас Успение сиркәүе (1800 й. нигеҙләнгән) урынына төҙөлә, 1852 й. изгеләндерелә; 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — изге Митрофан Воронежский, бер приделында — изге великомученица Параскева (1915 й. изгеләндерелә) хөрмәтенә эшләнә. Монастырь комплексы таш стена м‑н уратып алына (1813 й. төҙөлгән). 1764 й. 3 иеромонах һәм настоятель; 1800 й. — 3 иеромонах, 2 иеродьякон, 1 монах; 19 б. уртаһында 6 иеромонах, 2 иеродьякон, 4 монах; 1910 й. 7 иеромонах, 2 иеродьякон, 3 монах, 18 послушник йәшәй. 1621 й. монастырға Өфө янындағы ерҙәр, һөрөнтө һәм сабынлыҡ ерҙәре, Ағиҙел й. м‑н Оҙонкүлдәге балыҡ тотоу урындары бирелә. 1764 й. У.и.‑е.м. 4684 сирек ере, Табын ҡәлғәһе эргәһендәге балыҡ тотоу урындары, тирмәне, 2 күле, Өфө провинцияһының Вознесенкий һәм Монастырь Дыуанайы аа.; 1799 й. — 30 дисәтинә ере, балыҡ тотоу урындары, Боғорослан өйәҙендә тирмәне; 1890 й. — 101 дисәтинә һөрөнтө ере, 143 дисәтинә сабынлығы (61 дисәтинәһен Өфө алпауыты К.Долженкова хәйер итеп бирә), 226 дисәтинә урманы, 39 дисәтинә ҡулайһыҙ ерҙәре, Өфө янындағы балыҡ тотоу урындары, умарталығы, һыйыр аҙбары, ат аҙбары, карета яһау оҫтаханаһы, быуаһы һ.б.; 1878—1900 йй. Бөрө өйәҙе Берёзовка а. Кама‑Николаевск ихатаһы (ҡара: Кама‑Берёзовка Богородица ир‑егеттәр монастыры) була. 1890 йй. аҙ. алып псаломсылар әҙерләү класы (1901 й. 20 кеше уҡый), китапхана эшләй. У.и.‑е.м. хәйриә м‑н шөғөлләнгән: 1891—92 йй. монахтар уңыш булмауҙан зыян күргәндәр өсөн хәйер йыйыу б‑са Өфө епархияһы ком‑тына 30 һум бирә, 1892 й. асығыусылар өсөн бушлай ашхана ойошторола. Беренсе донъя һуғышы осоронда монастырь эргәһендә лазарет асыла. 1918 й. У.и.‑е.м. ерҙәре национализациялана, 1920 й. ябыла, уның терр‑яһында Эске эштәр ХК мәжбүри эштәренең концентрацион лагеры (1923 й. алып а.х. колонияһы), 1935 й. башлап бәлиғ булмағандар өсөн А.М.Матросов ис. тәрбиә‑хеҙмәт колонияһы, 1971 й. — Юридик институт урынлаша. Настоятелдәре: Антоний (1628 й. алып), Иоасаф (1643 й. алып), Герман (1648 й. алып), Феодосий (1652 й. алып), Иаков (1661 й. — 70‑се йй. аҙ.), Дионисий (80‑се йй.), Соломон (90‑сы йй.), Вениамин (1696 й. алып), Викентий (1702—07), Порфирий (1709 й. алып), Иоаким (?—1729), Сампсон (1746 й. алып), Глеб (1758 й. алып), Парфений (1763 й. алып); Лаврентий (1799 й. алып), Тихон (1803 й. алып), Филарет (1804 й. алып), Афанасий (1810 й. алып), Вениамин (1818 й. алып), Платон (1826 й. алып), Апполинарий (1827 й. алып), Феодотий (1828 й. алып), Палладий (1832 й. алып), Никодим (1836 й. алып), Пантелеймон (1846 й. алып), Григорий I (1855 й. алып), Григорий II (1867 й. алып), Кирилл (1870—80), Евгений (1893 й. алып), Иоиль (1895 й. алып), Гавриил (1901 й. алып), Мартиниан (1908 й. алып), Павел (1911 й. алып), Трофим (1913—20). Владимир (Успение) һәм Митрофан сиркәүҙәре биналары, монастырҙың торлаҡ корпусы (Мөҡсинов урамы, 2) – тарих һәм архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Уфимский Успенский монастырь: очерки истории (конец XVI в. — 1920 г.). Бирск, 2009.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019