Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УФИМСКИЙ СЕЛЬСКО-ХОЗЯЙСТВЕННЫЙ ЛИСТОК”

Просмотров: 338

“УФИМСКИЙ СЕЛЬСКО-ХОЗЯЙСТВЕННЫЙЛИСТОК” (“Өфө ауыл хужалығы листогы”), а.х. журналы. Өфө губ. земствоһы органы. 1908–17 йй. Өфөлә айына 2–3 тапҡыр урыҫ телендә, 1914 й. алып төрки телендә (ҡара: “Ауыл көнкүреше”) сыға. Тәүҙә “Сельско‑хозяйственный листок” (“Ауыл хужалығы листогы”), 1912 й. алып “У.с.‑х.л.” исеме м‑н нәшер ителә. Журнал биттәрендә Өфө губ. земствоһының рәсми документтары; а.х., сауҙа, сәнәғәт, мәғариф мәсьәләләре б-са мәҡәләләр, ш. уҡ художестволы әҫәрҙәр, иғландар баҫыла. 1916 й. “Известия уполномоченного председателя Особого совещания по продовольственному делу по Уфимской губернии” (“Өфө губернаһында Аҙыҡ‑түлек буйынса махсус кәңәшмәнең вәкәләтле рәйесе хәбәрҙәре”) ҡушымтаһын сығара. Мөхәррирҙәре: А.Г.Георгиевский, П.Ф.Коропачинский, А.Г.Гачечиладзе, Н.П.Депрейс, Н.П.Товарищев, К.В.Стобеус, Г.М.Курковский.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019