Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘБАЙ-КӘРИМИ Рауил Алексей улы

Просмотров: 1080

ҮТӘБАЙ-КӘРИМИ (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (30.8.1933, ТАССР‑ҙың Казаклар а. — 4.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шәрҡиәтсе. Мәскәү Шәрҡиәт ин‑тында уҡыған (1950—52), Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1956 й. алып Омск өлк. урта мәктәптәре уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы бүлегенең милли мәктәптәр инспекторы. 1960—63 йй. һәм 1980 й. башлап Башҡ‑н уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ин‑тында (Өфө), 1963 — 80 йй. Өфө һәм Өфө р‑ны урта мәктәптәрендә эшләй. 1988 й. алып ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 — 94 йй. Фәхретдинов Р. исемендәге мәҙрәсә мөҙәрисе, директоры. 1996 — 97 йй. әл‑Фәтих ун‑тында (Истанбул ҡ., Төркиә) уҡыта. Ислам тарихы, мәғрифәтселек, Р.Ф. Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге һ.б. т‑дағы хеҙмәттәр авторы. Шәреҡ ғалимдарының хеҙмәттәрен башҡ., урыҫ, татар телдәренә тәржемә иткән.

Әҙәб.: Шәркыять илчесе: мәкаләләр һәм биобиблиографик мәгълүматлар җыентыгы. Казан, 2008.

М.М.Үтәбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019