Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘБАЕВ Мөхлис Суфиян улы

Просмотров: 658

ҮТӘБАЕВ Мөхлис Суфиян улы (5.2.1888, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫке Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — 28.12. 1970, шунда уҡ), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡыған, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. 1914 й. тиклем Орск өйәҙе Йәрмөхәмәт а. мәҙрәсәһендә уҡытҡан. 1919—20 йй. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны секретары, рәйесе. 20‑се йй. Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡыта. 1931 й. Иркутск өлк. һөргөнгә ебәрелә, 1994 й. аҡлана. 1937 й. ҡулға алына, Свердловск өлк. төрмәлә була, 1941 й. азат ителә, 1993 й. аҡлана. 1947 й. алып Буранбайҙа В.И.Ленин ис. к‑зда эшләй, бер үк ваҡытта мулла вазифаһын башҡара. Ә.Ә.Вәлидов м‑н таныш була, милли‑терр. автономияны яҡлап сығыш яһай. Күрәҙәлек һәләте була, кешеләрҙе дауалау м‑н шөғөлләнә. Тыуған ауылындағы мәсет Ү. исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Живая память /авт.‑сост. М.М.Утябаева. Уфа, 2009.

М.М.Үтәбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019