Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҘАРТЫУ ҠОРОЛМАЛАРЫ

Просмотров: 444

ТАҘАРТЫУ ҠОРОЛМАЛАРЫ, производство, ямғыр, хужалыҡ‑көнкүреш ағынты һыуҙарында булған бысраҡты таҙартыр өсөн инженер ҡоролмалары йыйылмаһы. Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу производствола файҙаланыу йәки һыу объекттарына ағыҙыу маҡсатында башҡарыла. Бысраныу кимәленә һәм таҙартыуҙың талап ителгән дәрәжәһенә бәйле механик (иләк, ҡапҡан, рәшәткә, тондороу ҡоролмаһы һ.б.), биол. (аэротенк, биофильтр, метантенк, һуғарыу, фильтрлау баҫыуҙары һ.б.), физик-химик (хлоратор, парға әйләндергес, яңыртҡыс, озонатор, ультратауыш, бактерицид һ.б. ҡоролмалар) һәм өҫтәмә (камералы, шахталы, циклонлы мейестәрҙә термик юл м-н таҙартыу һ.б.) Т.ҡ. айырыла. Башҡортостанда тәүге Т.ҡ. (уларҙа механик юл м‑н таҙартыу ғына булған) 1939 й. Өфөнөң көньяғында, 1954 й. төньяғында файҙаланыуға тапшырыла. 1965 й. алып Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡҡ., 1966 й. — Өфөнөң Дим р‑нында, 1974 й. — Совет р‑нында ағынты һыуҙарға механик таҙартыуҙан һуң биологик таҙартыу үткәрелә. 60‑сы йй. сәнәғәт пр‑тиеларының ағынты һыуҙарында булған зарарлы матдәләрҙе санитария‑гигиена яғынан баһалау б‑са тикшеренеүҙәр башлана, таҙартыуҙың сифат кимәлен күтәреү ысулдары һ.б. уйлап табыла (БДМУ, Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һ.б.). 70‑се йй. башлап ӨДНТУ‑ла ағынты һыуҙарҙы таҙартыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (В.Н.Зенцов, М.С.Клявлин, М.И.Курганский, В.Д.Назаров, Р.И.Хангилдин һ.б.), ағынты һыуҙарҙы таҙартыуҙың энергияны һаҡлаусы технологиялары, һыу таҙартыу ҡоролмаһы, фильтрлаусы һәм сорбциялаусы актив материалдар, Аҡъяр а., ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһында, “Йоматау” шифаханаһында һәм башҡа урындарҙа Т.ҡ. проекттары эшләнә һәм производствоға индерелә. “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда нефтте йыйыу һәм әҙерләү б‑са промысла объекттарында ағынты һыуҙарҙы механик юл м‑н эмульсиялы нефттән һәм ҡаты өлөшсәләрҙән таҙартыр өсөн тондороу ҡоролмалары, “Туймазыхиммаш” ААЙ‑нда Т.ҡ. өсөн ҡорамал (ләм һурғыс, ләм ҡырғыс һ.б.) етештерелә. 2002—04 йй. ӨДНТУ‑ла Кассель ҡ. ун‑ты (Германия) м‑н берлектә ағынты һыуҙарҙы ауыр металл иондарынан таҙартыу технологияһы уйлап табыла. Шулай уҡ ҡара: “Башкоммунводоканал”, Канализация, Һыу таҙартыу.

М.С.Клявлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019