ТАЙСИН Вафир Нурислам улы
ТАЙСИН Вафир Нурислам улы [6.8. 1927, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Амангилде а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.1.1995, Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1943 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: Әлмөхәмәт МТС‑ы тракторсыһы, 1949 й. башлап трактор бригадаһы бригадиры, 1957 й. — трактор-баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1960—87 йй. “Урал” с‑зының тракторсы‑машинисы. Т. бригадаһы 2100 га сиҙәм ер һөргән, үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уртаса уңдырышлылығы 19,7 ц/га тәшкил иткән (1951—55). Ленин (1957), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: М е р е ж н и к о в П. Труженик целины //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев