Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы

Просмотров: 433

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы [27.11.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 3.9.1982, Өфө], агроном‑тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1951) атҡ. фән эшмәкәре. Һамар а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй. 1933—82 йй. БАХИ‑ла: 1980 й. тиклем тупраҡ ғилеме каф. мөдире, 1949—51 йй. агрономия ф‑ты деканы; бер үк ваҡытта 1939—47 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. дәүләт пед. ин‑тында уҡыта. Т. республикала тупраҡ ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индергән. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡты бонитировкалауға, ерҙәрҙе сифат яғынан баһалауға, тупраҡ эрозияһына арналған. Т. тарафынан Башҡортостан терр‑яһын а.х. ярашлы райондарға бүлеү үткәрелгән, респ. төрлө ауыл хужалығыз оналары өсөн тупраҡта тәрән һөрөү ҡатламы булдырыу системаһы эшләнгән. Т. етәкс. БАССР‑ҙың тупраҡ картаһы (1975) һәм “БАССР ауыл хужалығы ерҙәренең сифат яғынан баһаһы (бонитировкаһы)” картаһы (1977) төҙөлгән. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), “Почёт Билдәһе” (1950, 1973) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Почвоведение. М., 1964; Бонитировка почвы и качественная оценка земель. Ульяновск, 1977.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019