ТАҠМАЗА
176
ТАҠМАЗА, башҡ. фольклоры жанры, рифмаға һәм ритмға һалынған юмористик характерҙағы әҫәр. Алогизмға ҡоролған шаярыу диалогы, мөрәжәғәт, ғәҙәттән тыш хәл‑ваҡиғалар теҙмәһе, көлкөлө эпизод булып күҙ алдына баҫа: “Һуйыр инем өйрәк, /Ҡунаҡтарым күберәк. /Һуйыр инем ҡаҙ, /Ҡунаҡтарым аҙ. /Һуйыр инем күркә, /Ҡунаҡтарым өркә”. Ҡайһы бер Т. өлөшләп таҡмаҡтар, әкиәт башы м‑н тап килә. Күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.
Әҙәб.: Балалар фольклоры: Бала саҡ — уйнап‑көлөп үҫер саҡ. Өфө, 1994.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: