Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы

Просмотров: 447

ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы (27.7. 1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Мәтәл а. — 28.2.2007, Өфө), шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзыағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1974 й. алып Учалы р‑нының Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1977 й. — “Серп и молот” (“Ураҡ һәм сүкеш”) гәз. хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1981—2005 йй. “Китап” нәшриәтендә мөхәррир, бүлек мөдире. “Тылсымлы күлдәктәр” исемле тәүге китабы 1989 й. сыға. “Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм” (1997), “Йөрәгем — юнысҡы” (2001) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Балалар өсөн яҙылған “Бармаҡтарым арыны” (1991), “Күңелле әлифба” (“Весёлая азбука”; 1993), “Әйтергә өйрәнәбеҙ” (2007) китаптарын ижад иткән. Т. әҫәрҙәре татар, урыҫ, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына комп. С.Ә.Низаметдинов, С.Р.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. йырҙар яҙған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Зәңгәргүҙ әкиәттәре. Өфө, 1993; Йөрәгемә йылдар йомола: шиғырҙар. Өфө, 2002; Мин — аҡтамыр: шиғырҙар. Өфө, 2006.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019