Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы

Просмотров: 562

ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы [25.10.1890, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Абдрахман а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Мәржәниә” (Ҡазан, 1905—06), “Хөсәйениә” (1910—11) мәҙрәсәләрендә, Коммунистик акад. (Мәскәү, 1925—27) уҡыған. 1920 й. алып “Юҡһылдар һүҙе” гәз. (Ырымбур ҡ.) мөхәррире, 1921 й. — Сәмәрҡәнд өлкә ком‑тының агитация‑пропаганда бүлеге һәм халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1922—25 йй. РКП(б)‑ның Хәрәзм ҮК рәйесе, бер үк ваҡытта “Инкилоб куяши” гәз. мөхәррире. 1928 й. башлап ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты партколлегияһы секретары, 1931 й. — БашҮБК, бер үк ваҡытта 1934 й. алып БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936 й. башлап Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ директоры. Әҫәрҙәренең төп темаһы — революцион көрәш, тормошто үҙгәртеп ҡороу. “Бисура” (1907) комедияһы дини аңһыҙлыҡтан көлә (мәҙрәсә шәкерттәре тарафынан ҡуйылған), “Һатылған ҡыҙҙар” (1912) хикәйәһе, “Мазлумалар” (1912) повесы йәмғиәттә ҡатын‑ҡыҙҙарҙың хоҡуҡһыҙлығы проблемаларын күтәрә. “Әтрәгәләмдәр” (1927) әҫәрендә эшселәрҙең революцион ҡараштарының формалашыуы күрһәтелә. “Завод” (1932) пьесаһы, “Машиналар ҡаны” (1934; урыҫса тәржемәһе “Кровь машин”, 1935) повесы илде индустриялаштырыу пафосы м‑н һуғарылған, “Комсомол” (1930; урыҫса тәржемәһе 1933), “Штурвалсы” (1933) очерктары, “Үрнәк” (1932), “Себерәк Ғилман” (1933) пьесалары, “Иген фабриге” (1933; урыҫса тәржемәһе “Фабрика зерна”, 1933) повесы башҡ. ауылдарында колхоздар ойоштороуға арналған. Т. башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып тарихи темаларға романдар ижад итә. “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе “Солдаты”, 1934) романында Беренсе донъя һуғышы ваҡиғалары тергеҙелгән, кешеләрҙең революцион үҙаңы үҫеше күҙәтелгән. “Ҡыҙылгвардеецтар” (1935; башҡ. телендә 1936), “Ҡыҙылармеецтар” (1937; башҡ. телендә 1962) романдары Граждандар һуғышына арналған. Т. әҫәрҙәре урыҫ, белорус, молдаван, үзбәк, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Пьесалары респ. театрҙарында ҡуйылған. “Күсеү осоронда” пьесаһы ТАССР‑ҙың Мәғариф ХК тарафынан иғлан ителгән иң яҡшы сәхнә әҫәре конкурсында приз м‑н билдәләнә (1923), “Алатау” спектакле Бөтә Рәсәй колхоз‑совхоз театрҙары смотрында 1‑се дәрәжә диплом м‑н бүләкләнә (1935). Т. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһының Хеҙмәт орд. м‑н бүләкләнгән (1923). Өфөлә Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Өфө, Учалы ҡҡ. уның исеме м‑н урамдар аталған. 1934—37 йй. БАХИ, 1934—36 йй. Бөрө татар педагогия училищеһы Т. исемен йөрөтә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1958—1959; Красногвардейцы. Красноармейцы: романы. М., 1961.

Р.Д.Мостафина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019