Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы

Просмотров: 429

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы [15.12.1941, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1966), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1981) тамамлаған. 1968 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1976—93 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Башҡортостан” ДТРК, 1984—85 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре, 1994—97 йй. Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия‑интернатында уҡыта. “Ҡоралай” (урыҫса тәржемәһе “Косуля”, 1985) исемле тәүге китабы 1971 й. сыға. Ижадына нескә лиризм, күркәм тел саралары хас. “Яҙҙар бүләк итәм” (1986), “Әсә һуҡмағы” (1988), “Йөрәк йәдкәре” (1996), “Йыһан гөлө” (2001) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы — Тыуған илгә, әсәгә, тормошҡа һөйөү. Балалар соц. проблематикаһы “Шәпәй менән Шайтан” (2014) китабында сағыла. Башҡорт әҙәбиәтендә сонет жанрының үҫешенә ҙур өлөш индерә. Т. шиғырҙары урыҫ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. А.А.Ахматова, Ю.В.Друнина, Ф. Петрарка, А.С.Пушкин, М.И.Цветаева һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. Шиғырҙарына комп. С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф. Әхмәтов һ.б. йырҙар ижад иткән. З.Биишева ис. пр. лауреаты (2011).

Ә ҫ ә р ҙ.: Йондоҙло аҡлан моңо: элегиялар, юморескалар, ижади портреттар, очерктар. Өфө, 2007; Алтын буран: шиғырҙар, сонеттар, тәржемәләр, поэмалар. Өфө, 2011; Перекаты Сиказе: стихи и поэмы. М., 1990.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019