Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 384

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы татарҙары фольклоры эпик (әкият, легенда, риваять, сөйләк, мәзәк), лиро‑эпик (бәет), лирик (лирик җыр, мөнәҗәт, такмак), афористик (мәкаль, әйтем, табышмак) жанрҙарҙан, ш. уҡ туй һәм ваҡыт-миҙгел йола поэзияһы элементтарынан (сабан туе, каз өмәсе, карга боткасы, яңгыр туе һ.б.) тора. Халыҡ эпосы (дастан), тарихи йырҙар (тарихи җыр), йола йырҙары (яр‑яр, сыктау, таңкучат, кияү ябу, шәмчырак, самак, арбау җырлары) архаик жанрҙар тип һанала һәм күбеһенсә БР Т.ф. ҡыҫырыҡлап сығарыла. Быға халыҡ аңындағы тарихи, рухи үҙгәрештәр, донъя фольклоры үҫешенең дөйөм тенденциялары сәбәпсе була. Татар һәм башҡ. халыҡтарының күп быуатлыҡ геогр. һәм рухи күршелеге һөҙөмтәһендә Т.ф. был халыҡтарҙың милли традициялары синтезы хас. Атап әйткәндә, Волга буйы татарҙары репертуарында бөтөнләй тиерлек осрамаған барымта, ҡарымта мотивы Башҡортостан татарҙарының риүәйәт һәм легендаларында айырым тематик цикл тәшкил итә. Башҡорт ихтилалына (175556), Крәҫтиәндәр һуғышына (177375), Батыршаға, Салауат Юлаевҡа, Ҡәнзәфәр Усаевҡа һ.б. арналған эпик фольклор әҫәрҙәре Т.ф. ҙур урын биләй. Т.ф. йыйыу 19 б. аҙ. — 20 б. башында М.А.Васильев, Р.Г.Игнатьев, Н.Ф.Катанов, С.Г.Рыбаков, Ғ.Н.Әхмәров тарафынан башлана. 20 б. башҡ. һәм татар яҙыусылары, ғалимдары М.Ғафури, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, Ғата Исхаҡи, Н.Иҫәнбәт, С.Ҡудаш, А.М.Таһиров, Ф.К.Туйкин, Ғ.Туҡай, Р.Ф.Фәхретдинов, Н.Хәким, Н.Ғ.Хәнзәфәров һ.б. фольклор йыйыуға үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан Т.ф. дөйөм татар фольклорының өлөшө булараҡ фәнни өйрәнеү 20 б. 60‑сы йй. башлана. 1963 й. БДУ‑ның татар филол. каф. Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов ис. фольклор фонды булдырыла. 1963—91 йй. татарҙар тупланып йәшәгән БР райондарына студенттарҙың 20‑нән ашыу фольклор экспедицияһы (Р.М.Мөхәмәтйәнов етәкс.) ойошторола; һөҙөмтәләре күп томлы “Татар халыҡ ижады” (1976—1993, татар телендә) йыйынтығында, ш. уҡ “Фольклор народов России” серияһында сағыла. Т.ф. йыйыу һәм системалаштырыу м‑н ш. уҡ фольклорсылар С.З.Мөхәмәтнуров, Б.Ғ.Әхмәтшин, диалектологтар Д.Б.Рамаҙанова, Т.Х.Хәйретдинова, Ғ.Х.Әхәтов һ.б. шөғөлләнә. 2006 й. алып И.К.Фәзлетдинов етәкс. студенттарҙың фольклор экспедициялары ҡабат тергеҙелә. Т.ф. йыйыуҙы БДУ, БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы, БДПУ тормошҡа ашыра. Экспедиция материалдары “Тулпар” ж., “Ҡыҙыл таң” гәз., фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫыла. Башҡортостан татарҙарының йола поэзияһына Мөхәмәтйәновтың “Ыҡ буйы татарҙарының ваҡыт‑миҙгел йола поэзияһы” (1977, татар телендә) монографияһы, әкиәт булмаған ауыҙ‑тел прозаһы жанрҙарына Фәзлетдиновтың “Риү .йәттәрҙә халыҡ тарихы” (2003), “Риүәйәттәр — тарих шаңдауы” (2007; икеһе лә — татар телендә) китаптары арналған. БР‑ҙа Т.ф. локаль һәм төбәк художестволы үҙенсәлектәрен өйрәнеү башҡорттарҙың һәм башҡа Башҡортостан халыҡтарының фольклоры м‑н үҙ‑ара бәйләнештә алып барыла.

И.К.Фәзлетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019