Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 451

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ б а ш ҡ о р т  т е л е н д ә, 1) башҡ. әҙәби теленең һөйләү һәм яҙма нормаларын — әйтелеш (ҡара: Орфоэпия), баҫым, һүҙ ҡулланылышы, грамматика, стилистика ҡағиҙәләрен белеү; телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы аралашыуҙың төрлө шарттарында телдең тасуирлау сараларын, ш. уҡ һүҙҙәрҙең грамматик һәм стилистик яҡтан яраша алыуын дөрөҫ ҡуллана белеү. Т.м. телмәр этикеты төшөнсәһе м‑н бәйле булған коммуникатив компонент мөһим роль уйнай: маҡсатлы телмәр эшмәкәрлеге экстралингвистик факторҙарға (коммуниканттарҙың йәше, мөнәсәбәттәре, соц. иерархияһы һ.б.) бәйле төрлө ситуацияларҙа аралашыу стереотиптарын (рәхмәтте, ғәфү үтенеүҙе, сәләмләүҙе, үтенесте һ.б. белдереү) барлыҡҡа килтергән тотороҡло формула-фекерҙәр ярҙамында йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр (ҡара: Этикет) б‑са алып барыла. Телмәр оҫталығын тәьмин итеү өсөн бер стилдән икенсеһенә иркен күсә белеү (ҡара: Функциональ стилдәр); телмәргә образлылыҡ һәм тасуирлыҡ биргән синонимдарҙы һәм стилистик фигураларҙы урынлы ҡулланыу кәрәк; Т.м. формалашыуына фольклор, башҡорт әҙәбиәте, киң мәғлүмәт саралары, фәндең һ.б. теле ҙур йоғонто яһай. 2) Телдең үҫеш процесына әүҙем йоғонто яһар өсөн бөтә кимәлдәрҙә лә тел нормаларын тикшергән тел ғилеме бүлеге (ҡара: Тел өлкәһендәге сәйәсәт). Хәҙ. башҡорт теленең грамматик һәм лексик нормаларының формалашыуы 1920 йй. башлана; 30—40‑сы йй. улар кодификациялана, 50‑се йй. алып урыҫ теле м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе стабилләшә һәм әүҙемләшә. Әҙәби телде нормалаштырыу мәсьәләләре тәүге тапҡыр норматив грамматика нигеҙҙәрен (ҡара: “Башҡорт теленең грамматикаһы”) һалған Н.К.Дмитриев тарафынан тикшерелә; Ә.М.Аҙнабаев, М.В.Зәйнуллин, Ж.Ғ.Кейекбаев, В.Ш.Псәнчин, З.Ғ.Ураҡсин, Ҡ.З.Әхмәров, Ә.Ә.Юлдашев һ.б. хеҙмәттәре ҙур өлөш индерә (ҡара: Башҡорт тел ғилеме). Т.м. теорияһының үҫешендә лексикография, башлыса аңлатмалы, орфографик, орфоэпик, уҡыу, грамматик һ.б. һүҙлектәр мөһим роль уйнай.

Әҙәб.: П с ә н ч и н В.Ш. Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре. Өфө, 2004; Т е р е г у л о в а Р.Н. Вопросы культуры речи и башкирский язык // Взаимодействие и взаимообогащение языков. М., 1961.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019