Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕНИШЕВ Әҙһәм Рәхим улы

Просмотров: 588

ТЕНИШЕВ Әҙһәм Рәхим улы (25.4. 1921, Пенза ҡ. — 11.7.2004, Мәскәү), төркиәтсе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1984), БР ФА‑ның почётлы акад. (1992). Филол. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). ТР‑ҙың (1997), БР‑ҙың (2000), Ҡалмыҡ Респ. (2001) атҡ. фән эшмәкәре. ЛДУ‑ны тамамлаған (1949). 1954 й. алып (өҙөклөк м‑н) Мәскәүҙә эшләй: 1963 й. башлап РФА‑ның Тел ғилеме ин‑тында ғилми хеҙм‑р, бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1986—90 йй. “Советская тюркология” (“Совет төркиәте”) ж. баш мөхәррире; 1956—59 йй. Ҡытайҙа: төрөк теле һәм төрки телдәрҙең тарихы б‑са лекциялар уҡый, лингвистик, фольклор һәм этнографик материалдар йыйыу өсөн көнбайыш райондар буйлап үткәрелгән экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге хәҙ. төрки диалектологияға, әҙәби төрки телдәрҙең теорияһына һәм тарихына арналған. “Һары уйғыр теле төҙөлөшө” (“Строй сарыг‑югурского языка”), “Салар теле төҙөлөшө” (“Строй саларского языка”; икеһе лә — 1976) китаптарында тәүгеләрҙән булып салар, һары уйғыр телдәре, боронғо уйғыр яҙма ҡомартҡылары б‑са материалдарҙы фәнни ҡулланылышҡа индергән; был хеҙмәттәр телдәр союзы теорияһы үҫешендә мөһим урын алып тора. “Башҡорт әҙәби теле тарихының периодизацияһы тураһында” мәҡәләһендә (2006; И.Ғ.Ғәләүетдинов м‑н авторҙашлыҡта) әҙәби башҡорт теленең формалашыуы һәм үҫеше тарихы мәсьәләләре ҡаралған. Т. етәкс. “Төрки телдәрҙең сағыштырма‑тарихи грамматикаһы” (“Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков”; 6 томда, 1984— 2006), “Төрки телдәр” (“Тюркские языки”; 1997) һәм “Евразия халыҡтары эпосы” (“Эпос народов Евразии”; 6 китапта, 1990—95) серияһы булдырылған. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ФА‑ның Төркиәтселәр совет ком‑ты (1986—91), РФА‑ның Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһе эргәһендәге РФ төркиәтселәренең Милли ком‑ты (1992—2004) рәйесе. 1982 й. төрки телдәр диалектологияһы б‑са 9‑сы Бөтә Союз конф., 1997 й. Халыҡ‑ара төркиәтселәр конгресында ҡатнашҡан, 1989 й. СССР ФА‑ның Төркиәтселәр совет ком‑тының күсмә пленумы (бөтәһе лә — Өфө) м‑н етәкселек иткән.

Х е ҙ м.: Избранные труды: в 3 кн. Уфа, 2006—2011.

Әҙәб.: Эдгем Рахимович Тенишев: жизнь и творчество. М., 2005; К е н и н ‑ Л о п с а н М.Б. Дорогой мой учитель. Кызыл, 2008. И.Ғ.Ғәләүетдинов,

А.Ғ.Шәйхулов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019