Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРРИТОРИЯЛАРҘЫ ИНЖЕНЕРЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮЕ

Просмотров: 323

ТЕРРИТОРИЯЛАРҘЫ ИНЖЕНЕРЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮЕ, терр‑яларҙы ҡала төҙөлөшөндә маҡсатҡа ярашлы үҙләштереү, торама урындарҙың санитария‑гигиена һәм микроклимат шарттарын яҡшыртыу б‑са инженерлыҡ саралары һәм ҡоролмалары комплексы. Үҙләштерелә торған терр‑яның тәбиғи шарттарына һәм төҙөлөштөң үҙенсәлектәренә бәйле Т.и.ә. эсенә түбәндәгеләр инә: һәр бер төҙөлөш алдынан терр‑яларҙы вертикаль планлаштырыу, ер өҫтө аҡмаһын тәртипкә һалыу һәм йыйылып ятҡан һыуҙарҙы ағыҙыу; төҙөлөш алып барыуы ҡыйын булған терр‑яларҙы ер аҫты һыуҙарының кимәлен төшөрөү, йырындарҙы үҙләштереү, карст күренештәре, ишелеүҙәр м‑н көрәшеү, карьерҙар булған терр‑яларҙы тергеҙеү, ҙур булмаған дамбалар төҙөү; айырыуса насар шарттарҙа тәрән дренажлау үткәреү, торфты бөтөрөү, тупраҡ (ғәҙәттә ҡом) йыуҙырып йәки ташып ҙур өйөмдәр һалыу. Башҡортостан шарттарында Т.и.ә. өсөн карст ҡурҡынысын (ҡара: Карст) бөтөрөү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу ваҡытында боҙолған терр‑яларҙы тергеҙеү, һыу баҫыуҙан һаҡлау һ.б. б‑са саралар хас. 1980—85 йй. Өфөлә Сипайлов биҫтәһен төҙөү алдынан уны һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн Т.и.ә. үткәрелә. Илдә тәүге тапҡыр ҡом‑ҡырсынташ ҡатышмаһын (ҡом урынына) ҙур күләмдәрҙә (яҡынса 20 млн м3) йыуҙырып өйөү юлы м‑н Ҡариҙел й. һыубаҫар туғай киртләсенең кимәле 4—7 м күтәрелә. 1980—90 йй. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑ты (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) үткәргән тикшеренеүҙәр йыуҙырып өйөлгән тупраҡтарҙа төҙөлөш алып барыуҙың һөҙөмтәле булыуын байтаҡ күтәрергә мөмкинлек бирә.

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019