Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИБЕН

Просмотров: 459

ТИБЕН, т и б е н л е к, а.х. малдарын ҡар м‑н ҡапланған көтөүлектәрҙә көтөү. Ҡыуғын малсылыҡ райондарында ҡулланыла, унда а.х. малдарын йыл әйләнәһенә көтөүлектә аҫрау тормошҡа ашырыла. Т. боландар, аттар, һарыҡтар яҡшы яраҡлашҡан. Башҡортостанда Т. Урал аръяғы дала зонаһында һәм тау‑урман зонаһында файҙаланыла. Уртаса континенталь климат шарттарында башҡорт тоҡомло аттар аҙбарҙа аҫрауға мохтаж түгел һәм йыл әйләнәһенә аяҡ аҫтындағы аҙыҡ м‑н туҡлана ала (йәй көнө улар башҡа малдар барып етә алмаҫлыҡ Лессинг ҡылғаны һәм ҡаурый ҡылған ҡатыш ҡылған‑типсәкле, оносма‑типсәкле, төрлө үлән‑типсәкле көтөүлектәрҙә, ҡыш көнө тигеҙ участкаларҙа һәм тау битләүҙәрендә утлай; ҡара: Башҡорт аты). 19 б. башына тиклем Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ райондарында Т. өйөр аттарын (тибен малы), ш. уҡ ҡыш башында һыйыр малын, ҡыш уртаһына тиклем һарыҡтарҙы ҡыуғандар. Ҡағиҙә булараҡ, Т. өсөн ҡалҡыулыҡтарҙа, яҫы таулыҡтарҙа йәки тау итәге янында сабылмаған оҙон һабаҡлы үләндәр үҫкән урындар ҡалдырылған. Иң яҡшы ҡышҡы көтөүлектәр — үләндәр япмаһында күп йыллыҡ ҡыяҡлылар (ҡылған, типсәк), әремдәр, тоҙуттар булған дала көтөүлектәре. Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре сикләнгән райондарҙа көтөүлек өсөн һоло, рапс, ужым арышы, сорго, судан үләне һ.б. үҫкән участкалар ҡулланыла. Ҡышҡы көтөүлектәрҙә үләндең сифаты уның төр составынан һәм һалҡын төшөү ваҡытынан тора. Йылы көҙҙән һуң ҡапыл килгән һыуыҡтар үләнде консервалай һәм уның файҙалы сифаттарын һаҡлай. Дауамлы көҙгө ямғырҙар һәм епшек ҡар үләнде ярлыландыра. Ҡыш башында уйһыулыҡтар, һыҙалар һәм уйпатлыҡтарҙағы көтөүлектәр (тәүге бурандарҙан һуң уларҙы ҡар ҡаплай), һуңынан ҡышлау урындарынан йыраҡ көтөүлектәр файҙаланыла. Һауа торошо насар булған осраҡтарға (боҙлауыҡ, буран) мал аҙығы запасы булдырыла. Көтөүлектәрҙең боҙланыуы м‑н көрәшеү өсөн ауыр тырмалар, трактор ҡар һөргөстәре һ.б. ҡулланыла. Яҙғы Т. ваҡытында тәүҙә һыйыр малын (оҙонораҡ үләндәрҙе ашай), һуңынан аттарҙы (тамырға яҡыныраҡ) һәм һарыҡтарҙы сығаралар. Т. файҙаланыу мал аҙығы сығымдарын, ашатыу һәм аҫрауға киткән сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә, малдарҙың һаулығына яҡшы йоғонто яһай (ҡара: Өйөр йылҡысылығы).

Әҙәб.: С а ф и н М.Б., Р а х м а т у л л и н Д.Н. С а т ы е в Б.Х. Табунное коневодство. Уфа,1985.

Б.Х.Сатыев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019