Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМОФЕЕВ Алексей Иванович

Просмотров: 317

ТИМОФЕЕВ Алексей Иванович (21.7. 1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ерекле а., — 1985 й. нояб., Мәскәү), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1934) Бөтә Союз а.х. механизациялау ҒТИ‑нда (Мәскәү), 1938—41 йй. Йәшелсә хужалығы ҒТИ‑нда (Мытищи ҡ.), 1945 й. алып К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. эшләй. 1948 й. башлап В.П.Горячкин ис. Мәскәү а.х. производствоһы инженерҙары ин‑тында (1972—79 йй. тупраҡ эшкәртеү машиналары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡ эшкәртеү машиналарын, ҡоралдарын уйлап табыу һәм камиллаштырыу м‑н бәйле. 90 фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019