Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРМА Йожеф

Просмотров: 377

ТОРМА Йожеф (5.11.1943, Кечкемет ҡ., Венгрия — 23.4.2000, Будапешт), венгр төркиәтсеһе. Филол. ф. д‑ры (1998). Сегед ун‑тын тамамлаған (Венгрия, 1967). 1969 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Аҙыҡ‑түлек сәнәғәте ин‑тында уҡыта, 1986 й. — Мед. ун‑тының Сит телдәр ин‑ты (икеһе лә — Сегед ҡ.) мөдире, 1991 й. башлап Истанбул ҡ. Венгрияның ген. консулы, 1992 й. — Анкарала (икеһе лә — Төркиә) советник, 1994 й. Урта Азия респ. һәм Ҡаҙағстанда Венгрияның ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. 1978 й. Башҡортостанда була: БДУ‑ла башҡ. лингвистикаһы, диалектологияһы һәм ислам хоҡуғы тарихы б‑са лекция курстарын тыңлай, ТТӘИ‑лә топонимик, диалектологик материалдар м‑н эшләй. 1981 й. башҡ. диалектологияһы б‑са магистрлыҡ дисс. яҡлай. 1984 й. алып этнография, диалектология һәм фольклор материалдарын йыйыу өсөн Башҡортостанға, Ырымбур өлк. килә, улар нигеҙендә башҡ. һүҙҙәренең этимологияһы, антропонимика, демонология, йола ризыҡтары һ.б. б‑са хеҙмәттәр яҙа. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. халыҡмедицинаһы б‑са “Утҡа әйтәм” (1997; Ф.Ғ.Хисамитдинова м‑н авторҙашлыҡта) китабы, авторы; “Башҡорт әҙәбиәтенең ҡыҫҡаса хрестоматияһы”н (1979; икеһе лә — венгр телендә) төҙөүсе. Тарихи ҡарашҡа нигеҙләнгән башҡорт теленең диалекттары классификацияһын эшләй. М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (1979) повесын венгр теленә тәржемә итә. Өфө фәнни үҙәге бинаһында Т. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2002).

Х е ҙ м.: Статьи по тюркской этнографии и башкироведению. Уфа, 2005.

Әҙәб.: Венгерский тюрколог Торма Йожеф. Уфа, 2004.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019