Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОФА ТЕЛЕ

Просмотров: 393

ТОФА ТЕЛЕ, ҡ а р а ғ а с  т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Тофаларҙың милли теле. Иркутск өлк. Түб. Удинск р‑нында таралған. Тофаларҙың һаны — 800‑ҙән ашыу кеше, шуларҙың яҡынса 370‑е Т.т. һөйләшә (2002). Тува теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Көндәлек аралашыуҙа һәм фольклорҙа ҡулланыла. Әҙәби Т.т. формалашыу стадияһында тора. 2 һөйләше бар: гутарин һәм алыгджер. Т.т. башҡа төрки телдәргә ҡарағанда боронғо төрки тел элементтары күберәк һаҡланған. Өн составында саф ҡыҫҡа һәм саф оҙон һуҙынҡыларға ҡаршы ҡуйылған фарингаль ҡыҫҡа һуҙынҡылар бар: “ыът” (эт) — “ыт” (ебәр) — “ыыт” (өн). Морфемалар тоташҡан урында интервокаль [ш] — [һь], [к] һәм [җ] — [һ] күсә, мәҫ., тофаларса “аъш” (открой) һәм “аъһьар” (откроет) — башҡортса “ас” һәм “асыр”; “төък” (пролей) һәм “төъһер” (прольёт) — “түк” һәм “түгер”; “аъҗ” (теки) һәм “аъһар” (потечёт) — “аҡ” һәм “ағыр”. Исемдәрҙең юҡлыҡ формаһы башҡ. телендәге “түгел” модаль һүҙенә тап килгән “эмес” (не) киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: тофаларса “ыът эмес” (не собака) — башҡортса “эт түгел”, “улуг эмес” (небольшой) — “ҙур түгел”. Т.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексика ята; урта быуат монгол, бүрәт телдәренән һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксик төҙөлөшө боронғо төрки тибындағыса һаҡланған, теркәүестәр бөтөнләй юҡ тиерлек. 1988 й. кириллицаға нигеҙләнгән яҙма индерелә. Хәҙ. тофа алфавиты 42 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Б а с к а к о в Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969; Р а с с а д и н В.И. Морфология тофаларского языка в сравнительном освещении. М., 1978.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019