Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТ‑ЙӨН ТОҠОМО

Просмотров: 326

ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТЙӨН ТОҠОМО, һарыҡтарҙың ярым нәҙек йөнлө, ит‑йөн йүнәлешле тоҡомо. 1944—60 йй. Ставрополь крайында ставрополь тоҡомо һарыҡтарын линкольн һәм ромни‑марш тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу, һуңынан ҡатнаш тоҡомло малдарҙың 1‑се быуынын һайлап алыу һәм уларҙы “үҙ эсендә” үрсетеү юлы м‑н сығарыла. Эре һөлдәле мал. Башы киң, кәүҙәһе оҙон, мундаһы, арҡаһы, биле һәм һигеҙгүҙе киң. Тәкәләр һәм һарыҡтар туҡал. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 90—100 кг, һарыҡтарҙыҡы — 55—58 кг. Йөнө аҡ, бер төҫлө, бөҙрә, йыуанлығы 56—50‑се сифатлы (27—31 мкм), оҙонлоғо 11—13 см. Тәкәләрҙән 9— 12 кг, һарыҡтарҙан 5,5—5,6 кг йөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 120—130 бәрәс. Башҡортостанға Т.к.и.‑й.т. һарыҡтары 1980 йй. Дүртөйлө р‑нының В.Н.Горшков ис. тоҡомсолоҡ з‑дына тоҡомдоң ит һәм йөн продуктлылығын арттырыу маҡсатында прекос тоҡомло һарыҡтар м‑н ҡасырыу өсөн килтерелә. Т.к.и.‑й.т. һарыҡтары башлыса Благовар, Өфө, Туймазы р‑ндарының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында үрсетелә. Саф һәм ҡатнаш тоҡомло малдың продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта (Ш.Ғ.Усманов), Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында (Ф.Ә.Исламов) өйрәнелгән.

Әҙәб.: И с л а м о в Ф.А., С а м и г у л л и н Р.Н. Содержание овец. Уфа, 1999.

Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019