Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ

Просмотров: 327

ТӨНЬЯҠ УРМАНДАЛА ЗОНАҺЫ, Архангел (көнсығыш өлөшөнән тыш), Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Иглин, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары һәм Бөрө р‑нының бер өлөшө (Ағиҙел й. уң яры) а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2972,5, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 664, сабынлыҡтар— 248,8, көтөүлектәр— 399,1, урмандар— 218,5 (2008). Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10 °С юғары булған осор эсендә) 1800—2000 °С тәшкил итә, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. — 1,2. Т‑ра 10 °С юғары булған осор дауамлылығы — 119—127, ҡырауһыҙ осор — 90—110 көн. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 556 мм, вегетация осоронда — 255 мм. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,1 °С. Зонала иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары, күп йыллыҡ үләндәр, картуф, йәшелсә үҫтерергә тәҡдим ителә. Һөрөнтө ерҙәрҙең тупраҡ япмаһында һоро урман тупрағы (50%‑тан ашыу), ҡараһыу һоро урман (27%), аҡһыл һоро урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтар (12,5%), йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ (яҡынса 6%) өҫтөнлөк итә. Т.у.‑д.з. агротехниканың төп маҡсаттары — органик матдәнең, минераль туҡланыу элементтарының ыңғай балансын һаҡлау, тупраҡҡа эзбиз индереү, һыу эрозияһы м‑н көрәш саралары. А.х. производствоһының төп йүнәлеше — һыйырсылыҡ һәм игенселек. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы зоналары.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019