Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРКИӘТ

Просмотров: 636

ТӨРКИӘТ, т ю р к о л о г и я, төрки телле халыҡтарҙың телдәрен, тарихын, әҙәбиәтен, фольклорын, мәҙәниәтен өйрәнгән гуманитар фәндәр комплексы; шәрҡиәт бүлеге. Тәүҙә Т. филол. фән, 19 б. уртаһынан тарихи‑филол. фән булараҡ үҫешә. Төрки ҡәбиләләр т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр боронғо ҡытай тарихи сығанаҡтарында теркәлгән. Боронғо Рим тикшеренеүсеһе Аммиан Марцеллин (4 б.), Византия тарихсылары Приск Панийский (5 б.), Иордан, Прокопий Кесарийский, Менандр Протектор (бөтәһе лә — 6 б.), Феофилакт Симокатта (7 б.) һ.б., урта быуат ғәрәп һәм фарсы телле авторҙар Ибн Хордадбех, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Гардизи, Рәшитетдин һ.б., Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиандың һ.б. хеҙмәттәре төрки халыҡтарҙың тарихы б‑са мөһим сығанаҡтар булып тора. Европала көнсығыш, ш. иҫ. төрки халыҡтарға ҡыҙыҡһыныу Европа дәүләттәре тарафынан Азия терр‑яһын күпләп колониялаштырыуға бәйле үҫешә. 15—17 бб. Ғосман империяһының ҡеүәте көсәйеүе һәм терр. экспансияһы Европала Т. үҫеү, төрөк телен өйрәнеү сәбәптәренең береһе була. Сит илдәрҙә төрки фәндәрҙе өйрәнеү 18 б. үҫешә башлай. Швед тикшеренеүсеһе Ф.И.Страленберг Себер төрки халыҡтарының мәҙәниәтен һәм телен, Йәнәсәйҙең рун ҡомартҡыларын өйрәнә, 1893 й. Дания ғалимы В.Томсен боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙы асыҡлай. 19 б. аҙ. Венгрия, Германия, Финляндияла Т. үҙәктәре барлыҡҡа килә, уларҙа башҡорт, татар, сыуаштарҙың һ.б. теле һәм мәҙәниәте өйрәнелә (А.Вамбери, Г.Ю. Кляпрот, Д.Месарош, В.Шотт). Болгария, Венгрия, Германия, Италия, Польша, Финляндия, Франция һ.б. илдәр ғалимдарының (Г.Гылыбов, Н.Тодоров, Д.Немет, А.Рона-Таш, А. фон Габен, Г.Дёрфер, С.Соммье, В.Зайончковский, Э.Трыярский, М.Рясянен, П.Пельо, Ш.Э.Уйфальви, Э.Шаванн) хеҙмәттәре Т. мәсьәләләренә арналған. Т. Төркиәлә үтә интенсив үҫешә. Фольклор әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, күп телле төрки һүҙлектәр, күп томлы төркиҙәр тарихы төҙөлә, төрки халыҡтар этнографияһы, мифологияһы б‑са материалдар баҫтырыла. Төрөк Т. үҫешенә Р.Р.Арат, А.Асыл, Б.Аталай, Ә.Ә.Вәлидов, А.Дильачар, Инан Әбделҡадир, Ф.Кепрюлю һ.б. ҙур өлөш индерә. Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда һ.б. ҙур Т. үҙәктәре урынлашҡан. “Ваҡыт йылдары повесы” (“Повесть временных лет”; 12 б.), Нестор Искәндәрҙең “Царьградты алыу тураһында повесть” (“Повесть о взятии Царьграда”; 15 б.) һ.б. йылъяҙмалар төрки халыҡтар т‑да мәғлүмәт бирелгән иң тәүге урыҫ сығанаҡтары булып тора. А.И.Лызловтың “Скиф тарихы” (“Скифская история”; 17 б.) хеҙмәте төрки телле халыҡтар тарихы проблемаларына арналған. Рәсәйҙә фәнни Т. формалашыуы 18 б. ҡарай. Петербург ФА‑ның асылыуы (1724) м‑н төрки халыҡтарҙың тарихын һәм телен системалы өйрәнеү башлана (Г.З.Байер, И.И.Лепёхин, Г.Ф.Миллер, П.С.Паллас, П.И.Рычков, В.Н.Татищев һ.б.). Академик экспедициялар ваҡытында Себер, Урал һәм Волга буйы халыҡтары т‑да материалдар йыйыла. Төбәктәр т‑да мәғлүмәттәр йыйыу эшен Рус география йәмғиәтенең бүлексәләре алып бара, 1868 й. уның Ырымбур бүлеге ойошторола. 19 б. Т. б‑са квалификациялы фәнни кадрҙарҙы үҫтереү һәм әҙерләүҙә ҙур роль уйнаған Петербург ФА‑ның Азия музейы, Ҡазан ун‑тында Көнсығыш төркөмө асыла; төрки халыҡтарҙың теле, әҙәбиәте, тарихы, археологияһы, этнографияһы өйрәнелә (Н.А.Аристов, И.Н.Березин, Л.З.Будагов, Н.И.Ильминский, А.К.Казем‑Бек, Л.Э.Лазарев, Х.Д.Френ). 1863 й. Петербург ун‑тында Көнсығыш тарихы каф. булдырылғандан һуң Т. төрки халыҡтарҙың тарихы үҙ аллы үҫеш ала (Н.Я.Бичурин, В.В.Вельяминов-Зернов, Н.И.Веселовский, В.В.Григорьев, В.Г.Тизенгаузен һ.б.). В.В.Радлов хеҙмәттәре төрки телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүгә, һүҙлектәр төҙөүгә, боронғо төрки рун яҙмаһы ҡомартҡыларын тикшереүгә; В.В.Бартольд эштәре Урта Азия халыҡтарының соц. һәм иҡт. тарихы проблемаларын өйрәнеүгә башланғыс һала. 19 б. — 20 б. башында төрки телле халыҡтар вәкилдәре араһынан төркиәтселәр барлыҡҡа килә (М.Ф.Ахундов, М.М.Биксурин, С.С.Вәлиханов, Н.Ф. Катанов, Ҡ.Насыри, М.И.Өмөтбаев һ.б.). Октябрь революцияһынан һуң төрки телдәр өсөн яңы алфавит һәм грамматика эшләнә. А.Н.Бернштам, Л.Н.Гумилёв, А.П.Окладников, Л.П. Потапов, С.И.Руденко, С.П.Толстов, А.Ю.Якубовский һ.б. хеҙмәттәрендә төрки халыҡтарҙың тарихы, этнографияһы, археологияһы үҫеш ала. Тел ғилеме өлкәһендә Т. ҙур уңыштарға өлгәшә (Н.А.Баскаков, Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ.Кейекбаев, А.Н.Кононов, С.Е.Малов, К.М.Мусаев, Э.В.Севортян, Ә.Р.Тенишев, А.М.Щербак, Ә.Ә.Юлдашев һ.б.). Төркиәтсе‑әҙәбиәт белгестәре Е.Э.Бертельс, В.А. Гордлевский, Мөх.Ф.Ғәйнуллин, В.М.Жирмунский, А.Н. Самойлович, В.Д.Смирнов, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. яңы әҙәби һәм фольклор ҡомартҡыларын ҡулланышҡа индерә, төрки халыҡтар әҙәбиәтенең үҙенсәлектәрен һәм традицияларын өйрәнә. Боронғо төрки әҙәбиәт теорияһын һәм тарихын тикшереүгә И.В.Стеблева ҙур өлөш индерә. 20 б. аҙ. алып Т. хәҙ. этник процестар, этно‑сәйәси тарих, төрки халыҡтарҙың үҙ‑ара һәм башҡа этностар м‑н бәйләнеше өйрәнелә. Т. б‑са материалдар “Советская тюркология” (“Совет төркиәте”, Баҡы; 1970—90) ж. баҫыла; 2009 й. башлап Ҡазанда “Российская тюркология” (“Рәсәй төркиәте”) ж. нәшер ителә. Башҡортостанда Т. мәсьәләләре күбеһенсә башҡорттар тураһында фән сиктәрендә тикшерелә. Шулай уҡ Башҡортостандағы төрки халыҡтарҙың теле (ҡара: Сыуаш теле, Татар теле), әҙәбиәте (ҡара: Сыуаш әҙәбиәте, Татар әҙәбиәте), фольклоры (ҡара: Сыуаш фольклоры, Татар фольклоры), тарихы, этнологияһы өйрәнелә. Т. б‑са тикшеренеүҙәр башлыса ТТӘИ‑лә, БДУ‑ла, БДПУ‑ла алып барыла.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019