Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨХБӘТУЛЛИН Фәрит Ғариф улы

Просмотров: 321

ТӨХБӘТУЛЛИН Фәрит Ғариф улы [4.1.1950, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Мерәсем а. (БР-ҙың Ҡариҙел р-ны)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998). РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) “Уралтрансгаз” ПБ‑ның Челкар район идаралығында (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) 12‑се газ‑компрессор станцияһы начальнигы. 1975 й. алып “Баштрансгаз” ЯСЙ‑нда: йылылыҡ‑электротехника лаб. нач., 1984 й. башлап производство б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1991 й. — баш инженер. 1999 й. алып Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ҒТИ‑нда (Мәскәү өлк. Развилка ҡсб) фән б‑са ген. дир. урынбаҫары, 2003 й. — “Газпром газнадзор” ЯСЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап “Газпром” ААЙ‑нда (икеһе лә — Мәскәү) экология инспекцияһы начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге магистраль газ торбаларының экологик хәүефһеҙлеген һәм эксплуатациялауҙа ышаныслы булыуын тәьмин итеү мәсьәләләренә, уларға техник диагностика үткәреү һәм һайлап ремонтлау ысулдарын, сараларын уйлап табыуға арналған. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Малотоксичные горелочные устройства газотурбинных установок. М., 1997 (авторҙ.); Низколегированные стали для магистральных газопроводов и их сопротивление разрушению. М., 2001 (авторҙ.); Обследование и ремонт магистральных газопроводов, подверженных КРН. М., 2001 (авторҙ.).

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019