Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы

Просмотров: 317

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы (2.4.1922, Новониколаевск ҡ. — 23.11.1985, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1960), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү авиация ин‑тын тамамлаған (1955). 1960 й. алып БАХИ-ла: металдар технологияһы каф. мөдире, 1968 й. башлап материалдар ҡаршылығы һәм машина деталдәре каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге автомобиль һәм а.х. машиналары деталдәренең ныҡлығын арттырыу проблемаларына арналған. Т. тарафынан автомобиль һәм а.х. машиналарының рамдарын яһағанда файҙаланылған оптималь үлсәмле һәм рациональ формалағы профилдәр; өҫтөнә иретеп йәбештереү юлы м‑н сафҡа индерелгән автомобиль һәм трактор деталдәренең ышаныслылығын һәм оҙайлы эшләүен арттырыу ысулдары табылған. 129 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Тонкостенные гнутые профили в сельскохозяйственном машиностроении: основы проектирования рациональных форм. М., 1963 (авторҙ.); Термомеханическое упрочнение деталей при восстановлении наплавкой. М., 1974 (авторҙ.).

Э.Л.Левин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019