Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУГУНОВ Павел Иванович

Просмотров: 334

ТУГУНОВ Павел Иванович (28.10. 1930, Сталинград ҡ. — 4.2.1993, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973). Сталинград механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) ӨНИ‑лә эшләй: 1971 й. алып гидравлика һәм гидравлик машиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1972—76 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. Т. тарафынан нефтте һәм нефть продукттарын, үҙлелеге аҙ булған эреткестәр м‑н ҡатыштырылған юғары үҙле нефттәрҙе, газ м‑н туйындырылған шыйыҡлыҡтарҙы эҙмә‑эҙ ҡыуыу технологияһы; присадкаларҙы, вибрация тәьҫирен, т‑ра һәм баҫым ярҙамында эшкәртеүҙе ҡулланып, үткәргес торбаларҙың парафинланыуын булдырмау, уларҙы йылынан һәм һыуҙан изоляциялау, ҡыуҙырылған продукттарҙың реологик үҙсәнлектәрен яҡшыртыу ысулдары табылған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Нестационарные режимы перекачки нефтей и нефтепродуктов. М., 1984; Теплообмен подземного трубопровода с внешней средой в сложных гидрологических условиях. М., 1992 (авторҙ.).

Әҙәб.: Н о в о с ё л о в  В.В. Профессор Тугунов Павел Иванович. Уфа, 1998.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019