Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ

Просмотров: 350

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Составына элеватор (1949), тирмән (1960), складтар һ.б. инә. Бәләкәй икмәкханаһы, ашханаһы бар. 2009 й. 40 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 66,8 мең т, механизацияланған 8 ҡабул итеү урыны һәм тәүлегенә 1,5 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәмә эшкәртеү өсөн 4 ағым линияһы бар. 2004—07 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 17 мең т тәшкил иткән; он етештереү — 287,5 т. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1922 й. иген ҡабул итеү пункты булараҡ ойошторола, 1975 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1993 й. алып “Башхлебопродукт” пр‑тиеһы, 2000 й. — “Башптицепром” составында, 2003 й. — ААЙ, 2008 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019