Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10

Просмотров: 325

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1999 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы ярым төҙ, бейеклеге 85—95 см. Башағы 6—7 см оҙонлоҡта, аҡ, пирамида формаһында, уртаса тығыҙлыҡта. Орлоғо йомортҡа формаһында, ҡыҙыл, оҙон өлпөлө. 1000 орлоғоноң ауырлығы 26—38 г. Составына 14—15% аҡһым, 26—37% елемсә инә. Сорт йығылыуға, ҡойолоуға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы, көрән тут м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 75—94 көн. Уртаса уңдырышлылығы 28,8 ц/га (Дәүләкән сорт һынау участкаһы, 2007—09), макс. — 41,1 ц/га (Баҡалы сорт һынау участкаһы, 2006). БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында, Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019