Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ

Просмотров: 322

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1998 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы төҙ, бейеклеге 1 м тиклем. Башағы 6—7 см оҙонлоҡта, аҡ, пирамида формаһында, уртаса тығыҙлыҡта. Орлоғо оҙонса, аҡ, оҙон өлпөлө. 1000 орлоғоноң ауырлығы 30—42 г. Составына 14—15% аҡһым, 25—35% елемсә инә. Сорт йығылыуға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы, көрән тутҡа һәм саң торонона аҙ бирешә. Вегетация осоро 85—95 көн. Уртаса уңдырышлылығы 28,1 ц/га (Әбйәлил сорт һынау участкаһы, 2007—09). БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, көньяҡ урман-далазонаһында, Урал алды далазонаһында һәм Урал аръяғы далаз онаһында үҫтерелә.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019