Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУНГУС-МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ

Просмотров: 344

ТУНГУС‑МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ, т у н г у с  т е л д ә р е, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. РФ‑тың Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш терр‑яһында, ш. уҡ Ҡытайҙа, Монголияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше. Грамматик тибы б‑са гипотетик яҡтан алтай телдәре ғаиләһенә берләшкән монгол телдәренә һәм төрки телдәренә яҡын. Т.‑м.т. лексик‑семантик системаһының, грамматик төҙөлөшөнөң уртаҡлығы (килеш һәм зат м‑н үҙгәрештә, һүҙьяһалышта, һөйләм һәм һүҙбәйләнеш төҙөлөшөндә), фонема составының һәм төп фонетик законлыҡтарының (күтәрелеш б‑са һуҙынҡыларҙы бүлеүҙән барлыҡҡа килгән сингармонизм, тартынҡыларҙың ассимиляцияһы, ижектең һәм һүҙҙең фонетик төҙөлөшө) оҡшашлығы м‑н характерлана. Фонетикаһында икенсел характерҙағы иренләшкән алғы рәт һуҙынҡыларының (күпселек телдәрҙә) юғалыуы типик күренеш булып тора; анлаут [*s] һ‑лаштырылған өнгә әүерелеүе (эвенк диалекттары, эвен), анлаут [*х] (эвенк, эвен, удэгей, манжур), [*р] (эвенк, эвен, удэгей) юғалыуы һ.б. Был телдәргә суффиксаль‑агглютинатив морфологик тип, ш. уҡ фузия күренеше хас. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәре сағыштырмаса ныҡ үҫешмәгән Т.‑м.т. башҡа телдәрҙә функциональ яҡтан эйәрсән һөйләмдәргә тап килгән финит булмаған формалы ҡылым конструкциялары киң ҡулланыла. Т.‑м.т. төньяҡ, йәки себер (негидаль, солон, эвенк, эвен), көньяҡ, йәки амур буйы (нанай, орок, ороч, удэгей, ульч), көнбайыш, йәки манжур (манжур, чжурчжэнь), төркөмсәләренә бүленә. Башҡа классификациялары ла билдәле.

Әҙәб.: К о р м у ш и н И.В. Тунгусо‑маньчжурские языки //Сравнительно‑историческое изучение языков разных семей. Задачи и перспективы. М., 1982.

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019