Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович

Просмотров: 359

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович (16.12.1904, Австро‑Венгрия, Яноуцы а. — 25.7.1997, С.‑Петербург), физик. СССР ФА акад. (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1919). Киев ун‑тын тамамлағандан һуң (1928) Украина метеорология хеҙмәтендә эшләй (Киев). 1931 й. алып Украина рентген‑радиология ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта электротехника һәм химия-технология ин‑ттарында уҡыта (бөтәһе лә — Харьков ҡ.). 1935 й. алып С.‑Петербургта эшләй: Дәүләт рентгенология һәм радиология ин‑тында, бер үк ваҡытта 1960 й. тиклем Ленинград политехник ин‑тында, 1936 й. алып Ленинград физика‑техник ин‑тында: 1967 й. башлап дир., 1987 й. алып төркөм мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ярымүткәргестәр физикаһына һәм ярымүткәргес приборҙар уйлап сығарыуға арналған. Т. етәкс. германийҙың таҙа монокристалдары алынған һәм яҫылыҡ транзисторҙары, диодтар уйлап табылған, көс ярымүткәргестәре приборҙарын етештереү нигеҙҙәре һалынған (Б.М.Вул, С.Г. Калашников м‑н берлектә). Караптарҙы магнитлы миналарҙан һаҡлау өсөн уларҙы магнитһыҙландырыу системаларын эшләүҙә ҡатнашҡан (1942 й., А.П.Александров, И.В.Курчатов м‑н берлектә). “Журнал технической физики” (“Техник физика журналы”) ж. баш мөхәррире (1980—87). 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. Ленин (1966), Сталин (1942) пр. лауреаты. Ленин (1954, 1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Новые принципы коммутации больших мощностей полупроводниковыми приборами. Л., 1988 (авторҙ.).

Әҙәб.: К у д а ш е в Р.Х. Науки юношей питают... //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2005. Т.10. №2.

Р.Х.Ҡудашев, Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019