ТҮЛӘК Рәйес Ғөссәм улы
ТҮЛӘК (Түләков) Рәйес Ғөссәм улы (14.10.1959, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а. — 31.3.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Баймаҡ р‑ны мәктәптәрендә уҡыта, 1993 й. алып БР Яҙыусылар союзының Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь, 1994 й. — Сибай пед. колледжында, 1996 й. — БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта; 2000 й. башлап “Тамаша” ж., “Башҡортостан” гәз. һ.б. хеҙм‑ре. “Ирәндек таңдары” исемле тәүге китабы 1988 й. сыға. «Ҡашмау йәки “Йүгәнем бар — атым юҡ”» (1992), “Мең дә икенсе кис” (2007) шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Ҡәҙер көнө” һәм “Хыял менән хәтер араһы” шиғырҙар циклы “Егет һүҙе” (1997), “Буранбайҙың яҙған хатын уҡып...” (2002) коллектив йыйынтыҡтарына ингән. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1996).
З.А.Әлибаев
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов