Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УГАТУ-САТ”

Просмотров: 290

УГАТУСАТ”, Ерҙең яһалма микроспутнигы; БР‑ҙағы тәүге ғилми‑белем биреү спутнигы (2009). 2007 — 09 йй. Авиация техник университетында спутниктың проекты (А.Х.Солтанов, В.Х.Баһманов), “Полёт” КБ ЯАЙ‑нда (Омск ҡ.) — платформаһы (Б.Ф.Нестеров) эшләнгән. Спутник 2009 й. 17 сент. Байконур космодромынан (Ҡаҙағстан) “Фрегат” тиҙләткес блогы (С.А.Лавочкин ис. ҒПБ, Химки ҡ.) ҡуйылған “Союз‑2.1б” ракета‑йөрөткөсө (“ЦСКБ‑Прогресс” Ғилми‑производство ракета‑космос үҙәге, Һамар ҡ.) м‑н ебәрелгән. Ауырлығы 40 кг. Ҡояшҡа ҡарата синхрон булған орбита б‑са 800 — 850 км бейеклектә хәрәкәт итә; Ер тирәләй әйләнеү периоды — 111 мин, респ. терр‑яһы өҫтөндә осоп үтеү ваҡыты — 20 мин. Радио һәүәҫкәрҙәр диапазонында эшләгән элемтә аппараттары, GlobalStar системаһы модемы һәм күп каналлы мультиспектраль камера (һүрәтләү һәләте 1 пикселгә 50 м, күҙәтеү киңлеге 400 км) м‑н йыһазландырылған. Файҙаланыу ваҡыты — 3 йыл. Спутник элемтәһе өлкәһендәге һ.б. тикшеренеүҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Спутниктан алынған мәғлүмәт ӨДАТУ‑ның Мәғлүмәт ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәгенә ебәрелә. GlobalStar системаһының кәрәҙле элемтә спутниктары төркөмө аша сигналды ретрансляциялау һәм спутник‑ара алмашыу үткәрелгән. Дистанцион зондлау ваҡытында спутниктың ҡайһы бер системаларының төҙөк булмауы асыҡланған, шул сәбәпле ер өҫтөнөң сифатлы һүрәттәрен алып булмаған. 2010 й. “УГАТУ‑САТ 2” ярымавтоматлаштырылған микроспутник модулен төҙөү б‑са эштәр башланған.

И.И.Городецкий, А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019