Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УГЛЕПЛАСТИКТАР

Просмотров: 603

УГЛЕПЛАСТИКТАР, у г л е п л а с т а р, у г л е р о д о п л а с т а р, составында нығыта торған тултырғыстар сифатындағы углеродлы сүстәр булған композицион материалдар. Бәйләүестең (матрица) төрө б‑са полимерлы, коксланған һәм пироуглеродлы У. айырыла. У. өсөн түбән кимәлдә тығыҙлыҡ, т‑ранан һыҙыҡлы киңәйеүсәнлек коэф. һәм ышҡылыу коэф., юғары йылылыҡ һәм электр үткәреүсәнлек, ашалыуға, вибрацияға сыҙамлы булыу, ҡайталыусанлыҡ модуле (150 ГПа ашыу), статик һәм динамик сыҙамлылыҡ (металдарҙан, быяла пластиктарҙан һ.б. ҡатлаулы пластиктарҙан өҫтөн), термик, химик һәм радиацион йоғонтоларға сыҙамлы булыуы хас. Сүстәре билдәле йүнәлештә урынлашҡан (бер йүнәлешле, төрлө яҡлы йүнәлешле йәки арауыҡлы арматураланған) У. юғары анизотропияға эйә. Полимер У. эшләнгән изделиеларҙы тултырғысҡа бәйләүестең иретмәһен йәки спирттағы, углеводородтарҙағы һ.б. эретмәһен һеңдереп, ярымфабрикатты бер аҙ киптереп, урап йәки уны гидравлик престарҙа, автоклавтарҙа йәки пресс‑камераларҙа преслап, коксланған У. — синтетик полимерҙарҙың пиролизы; пироуглеродлы У. — метандың тутырғыста углеродтың ултырыуы м‑н барған пиролиз юлы м‑н алалар. У. машиналар эшләүҙә (авиация, автомобиль, караптар төҙөүҙә һ.б.), медицина сәнәғәтендә (протездар яһау) һ.б. йылылыҡ һаҡлаған һәм конструкция материалдары сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда У. 20 б. 80‑се йй. башлап Күмертау авиация производство предприятиеһында вертолёттарҙың тарта торған винт көрәксәләрен, кабина каркасын, яғыулыҡ бактарын яһау өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Арматураланған пластиктар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019