Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 453

УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы удмурттары фольклорының жанрҙары күп төрлө. Күсеп килеү һәм ауылдар һалыныуы тарихына арналған тарихи риүәйәттәр һәм легендалар; тәбиғәт һәм ихата әруахтары т‑да бәйән иткән хөрәфәти хикәйәләр билдәле. Ҡорбан килтереү ваҡытында ҡорбан салыусы тарафынан башҡарылған доға‑куриськон дини инаныуҙарға бәйле. Әкиәттәр (выжыкыл), йомаҡтар (мадиськон), мәҡәлдәр (визькыл), әйтемдәр (лэчыткыл) күп төрлөлөгө м‑н айырыла. Муз. фольклор жанрҙары араһында йола йырҙары айырыла. У.ф. йыйыу 19 б. аҙ. башлана. 1894 й. фин лингвисы Ю.Вихманн тарафынан Бөрө өйәҙе Оло Ҡасаҡ а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) удмурттарынан фольклор текстары яҙып алына һәм “Удмурт телмәре өлгөләре” (“Образцы удмуртской речи”; 2‑се киҫәк) һәм “Һүҙлек менән Удмурт хрестоматияһы” (“Удмуртская хрестоматия со словарём”; икеһе лә — 1901, немец телендә) китаптарында баҫтырып сығарыла. 1885 й. шул уҡ өйәҙҙең Можға а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) венгр лингвисы Б.Мункачи тарафынан мәжүси доға һәм бер нисә йыр яҙып алына, улар һуңынан “Удмурттарҙың ауыҙ‑тел традицион халыҡ поэзияһы” (“Устная народная поэзия удмуртов”; 1887, венгр телендә) китабында баҫтырыла; уның тарафынан Беренсе донъя һуғышы йылдарында удмурт хәрби әсирҙәренән йыйып алынған фольклор текстары “Удмурт халыҡ йолалары һәм халыҡ поэзияһы” (“Удмуртские народные обычаи и народная поэзия”; 1952, немец телендә) йыйынтығына инә, улар араһында Өфө губернаһында тыуып үҫкәндәр ҙә була. Нотаға һалынған бер нисә йыр “Рәсәй хәрби әсирҙәре йырҙары” (“Песни российских военнопленных”) йыйынтығының 1‑се томына (1926, немец телендә) индерелә. М.И.Ильиндың “Вот йәштәренең яҙғы уйындары һәм әйлән‑бәйләндәре” (“Игры и хороводы вотской молодёжи весной”; 1915) мәҡәләһендә Бәләбәй өйәҙе Күпсәнәй а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) удмурттарының әйлән‑бәйлән йырҙары өлгөләре бирелгән. 20—30‑сы йй. Удмурт соц. мәҙәниәт ҒТИ хеҙм‑рҙәре тарафынан Башҡортостан удмурттарына бер нисә фольклор‑лингв. экспедициялары ойошторола, йыйылған материалдар РФА Урал бүлексәһенең Удмурт тарих, тел һәм әҙәбиәт ин‑тының архивында һаҡлана (икеһе лә — Ижевск). 1974—75 йй. венгр ғалимдары Л.Викар һәм Г.Берецки удмурт йырҙары текстарын йыя, улар тарафынан “Удмурт халыҡ йырҙары”; (“Удмуртские народные песни” 1989, инглиз телендә) китабы баҫтырыла. Китапҡа Башҡортостан удмурттарының йыр фольклоры өлгөләре (ноталары м‑н) индерелгән; 70‑се йй. алып фольклор материалдарын йыйыуҙы Удмурт ун‑ты (Ижевск) студенттары ғәмәлгә ашыра. У.ф. йыйыуға һәм баҫтырып сығарыуға крайҙы өйрәнеүселәр Г.Д.Фаршатов һәм А.В.Гильмаев ҙур өлөш индерә, улар йыйған фольклор текстарының бер өлөшө архивтарҙа һаҡлана, ҡайһы берҙәре төрлө йыйынтыҡтарҙа нәшер ителә. Хәҙ. ваҡытта У.ф. йыйыу, баҫтырыу, өйрәнеү м‑н Р.Ш.Нәсибуллин һәм этнограф Т.Ғ.Миңлеәх- мәтова (Инсбрук ҡ. ун‑ты, Австрия) шөғөлләнә.

Р.Р.Садиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019