Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 424

УҠЫТЫУТӘЖРИБӘ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ, федераль дәүләт учреждениеһы, БДАУ‑ға ҡарай. Урмандарҙы һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү һәм тәрбиәләү б‑са эштәр башҡара. Аграр университеттың урман хужалығы белгестәрен әҙерләү б‑са уҡытыу‑производство һәм фәнни‑ғәмәли базаһы булып тора. 1948 й. Дмитриевка урмансылығы базаһында ойошторола, 2008 й. алып БР‑ҙың Урман хужалығы министрлығы Өфө урмансылығының “Урмансы” уҡытыу‑тәж. үҙәге дәүләт учреждениеһы. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ягодная Поляна а. Составына урман питомнигы, емеш‑еләк баҡсаһы, дендропарк, ағас эшкәртеү цехы, быуа хужалығы, музей һ.б. инә. 2009 й. 54 кеше эшләгән. Ер майҙаны 11454 га тәшкил итә, ш. иҫ. урман — 10409 га. Ултыртылған ағастар һаҡламы — 1742 мең м3, ағаслыҡтың уртаса артымы — 36 мең м3. Киң япраҡлы йүкә (29,1%), үренденән үҫкән имән (18,6%), ҡайын (9,1%) урмандары өҫтөнлөк итә; Өфөнөң йәшел (һаҡлана торған) зонаһына инә. У.‑т.у.х. м‑н М.Х.Абдулов, И.А.Ибраһимов, В.Ф.Коновалов, Ә.Ф.Хәйретдинов, И.С.Юлашев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.М.Ғәбдрәхимов, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019