Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЙҒЫР ТЕЛЕ

Просмотров: 905

УЙҒЫР ТЕЛЕ, я ң ы у й ғ ы р т е л е, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр авт. районында (2000 й. һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 900 мең кеше); өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда (1989 й. был дәүләттәрҙә дөйөм һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 230 мең кеше), Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Төркиәлә таралған. Үзбәк теленә яҡын. Ҡарлыҡ‑уйғыр ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Хәҙ. У.т. 17 б. формалаша башлай. 3 диалектҡа бүленә: төньяҡ‑көнбайыш (үҙәк), көньяҡ (хотан), көнсығыш (лобнор). Үҙәк диалектҡа нигеҙләнгән әҙәби У.т. синьцзян (яҙыуы ғәрәп яҙмаһында булған, 1965—82 йй. ш. уҡ латиница ҡулланылған) һәм урта азия (яҙыуы 1930 й. тиклем ғәрәп яҙмаһында, 1946 й. тиклем латиница, һуңынан кириллица нигеҙендә башҡарыла) төрө бар. У.т. фонетикаһына сингармонизм закондарының боҙолоуы; һуҙынҡыларҙың уларҙан алда килгән киң һуҙынҡыларға кире йоғонто яһау законлығы (а, ә > е, о, ө) һәм һуҙынҡыларҙың редукцияһы (а, ә > и, у, ү) хас, был эске флексияға килтерә, мәҫ.: “ат” (ат) [а]т — “ети” (уның аты) [е]ти, “сиңил” (кесе һеңлем) сиң[и]л — “сиңлим” (минең кесе һеңлем) си[ңл]лим. Морфологияһында “түгел” башҡ. модаль һүҙенә тап килгән исемдәрҙең юҡлыҡ формаһы “әмәс” киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: уйғырса “соғәмәс” — башҡортса “һыуыҡ түгел” һ.б. Һүҙьяһалышында йыш ҡына төрлө аффикстар ҡулланыла, мәҫ., үҙләштерелгән ‑хана, ‑кәш, ‑вий һ.б. төп уйғыр йәки алда үҙләштерелгән нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһалған: “ашхана”, “почтикәш” (почтальон), “партиявий” (партиялы). Лексикаһында ҡытай теленән, иран телдәренән, ғәрәп теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фекере б‑са, У.т. боронғо уйғыр теленең дауамы булып тора (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре).

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019