Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКРАИН ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 609

УКРАИН ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы украиндары фольклоры төр, жанр һәм форма төрлөлөгөндә үҫешә. Йыйылған материалдар араһында әкиәттәр (тормош‑көнкүреш, тылсымлы һәм хайуандар т‑да), риүәйәттәр, легендалар, хөрәфәти хикәйәләр ҙур урын алып тора. Мөхәббәт, ғаилә‑көнкүреш, тарихи (төрөктәр м‑н һуғыш, Запорожье Сечаһы һәм 1648 — 54 йй. милли азатлыҡ хәрәкәте геройҙары, поляк иҙеүе т‑да) йырҙар, соц.‑көнкүреш, ғаилә‑көнкүреш, мөхәббәт тематикалы романстар һәм лирик балладалар киң таралған. Ваҡыт‑миҙгел йола фольклорынан колядка, щедровка, веснянкалар популяр; Яңы йыл, Раштыуа, Крещение, Масленицаға һ.б. бәйле ижад ителгән йырҙар һәм афористик жанрҙар билдәле. Туй йолаһы фольклорында ритуаль, төртмә йырҙар, ололау, лирик йырҙар һаҡланған. Ерләү‑иҫкә алыу йолаһына һыҡтау, приговор, дини гимндар, шиғырҙар, хикәйәләр, доғалар уҡыу инә. Күп милләтле Башҡортостанда йәшәү У.ф. урындағы сюжеттар үтеп инеүенә, сит этник фольклорҙы үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Башҡортостанда У.ф. йыйыу һәм фәнни өйрәнеү 1930 йй. алып барыла. 30‑сы йй. аҙ. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) экспедициялары материалдарында (етәксеһе Н.П.Колпакова) украин йырҙары яҙмалары бар. Б.В. һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының Халыҡ ижады һәм сәнғәте ин‑ты хеҙм‑рҙәре (М.Я.Береговский, В.С.Ильин, П.С.Лысенко, М.М.Плицеский һ.б.) тарафынан БАССР украиндарының фольклорын һәм көнкүрешен өйрәнеү өсөн ойошторолған экспедициялар барышында 300‑гә яҡын йыр йыйыла, улар жанр йәһәтенән төркөмләнә. У.ф. өлгөләре Башҡ‑н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑ның, МДУ‑ның 1948— 49 йй. (етәксеһе Э.В.Померанцева) экспедицияһы материалдарында осрай. 60—90‑сы йй. У.ф. өйрәнеү м‑н БДУ (етәкселәре Л.Г.Бараг, Л.И.Брянцева), СДПИ (етәксеһе И.Е.Карпухин) уҡытыусылары һәм студенттары шөғөлләнә. Украиндарҙың туй йолаларын өйрәнеүгә этнограф В.Я.Бабенко (Мәскәү гуманитар университетының Өфө филиалы), урыҫ һәм украин туй фольклорының үҙ‑ара йоғонтоһона — Брянцева, йыр фольклорына фольклорсы Ф.Ғ.Ғәлиева (Этнологик тикшеренеүҙәр институты) эшмәкәрлеге арналған. Йырҙары “Башҡортостанда украин күскенселәренең йыр фольклоры” (“Песенный фольклор украинских переселенцев в Башкирии”; 1995) йыйынтығында системаға һалынған һәм баҫтырып сығарылған.

Әҙәб.: Украина—Башкортостан: связь времён. Уфа, 2001.

Ф.Ғ.Ғәлиева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019