Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна

Просмотров: 466

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна (21.2.1943, Дәүләкән ҡ.), яҙыусы, сценарист. МДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. СССР Мед. ФА‑ның Педиатрия ин‑тында, 1967—69 йй. СССР ФА‑ның Дөйөм генетика ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. У. ижады донъяға үҙенсәлекле ҡарашы, кеше тәбиғәтен нескә тасуирлауы м‑н айырылып тора. Балалар өсөн яҙылған “Йөҙ төймә” (“Сто пуговиц”; 1983) хикәйәләр йыйынтығы, “Сонечка” (1993), “Күңелле ерләү” (“Весёлые похороны”; 1998), “Ысын күңелдән һеҙҙең Шурик” (“Искренне ваш Шурик”; 2004) һ.б. романдар авторы. Әҫәрҙәре инглиз, итальян, ҡытай, төрөк, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Үҙенең әҫәрҙәре б‑са “Бөтәһе өсөн дә ҡатын” (“Женщина для всех”, 1990; реж. А.Н.Матешко, А.Довженко ис. к/ст, 1991), “Апалы‑һеңлеле Либертиҙар” (“Сестрички Либерти”, 1990; реж. В.А.Грамматиков, М.Горький ис. к/ст, 1990) һ.б. фильм сценарийҙары авторы. “Урыҫ ҡайнатмаһы” (“Русское варенье”) пьесаһы 2009 й. Урыҫ драма театрында ҡуйыла. Сит ил һәм Рәсәй әҙәби пр. лауреаты. 2 сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Казус Кукоцкого: роман. М., 2000; Даниэль Штайн, переводчик: роман по следам документов. М., 2006; Лестница Якова: роман. М., 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019