Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 418

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ, ДУАХП. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү, интенсив технологиялар булдыру һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү б‑са эштәр башҡара. 1930 й. Йоматау а.х. техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) базаһында Башҡ‑н зона умарт‑ҡ тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1933 й. башлап БАССР А.х. министрлығы ҡарамағында, 1956 й. — БНИИСХ эргәһендә, 1974 й. — Бөтә Союз умарт‑ҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) эргәһендә, 1992 й. — БР ФА эргәһендә Башҡ‑н умарт‑ҡ тәж. станцияһы, 1997 й. хәҙ. статусын ала. Иглин р‑ны Оло Теләк а. урынлашҡан (1933 й. алып). Составына ғилми бүлек, тәж.‑производство хужалығы инә; умарт‑ҡ музейы бар. 1998 й. 66 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 40 га. 29 умарталыҡ булған (3836 бал ҡорто ғаиләһе); етештерелгән (т): бал— 102,7 (ш. иҫ. тауар балы — 30,2), бал ҡорто балауыҙы — 1,4; 262 — бал ҡортоноң 4 рамлы кәрәҙле пакеты, 166 — бал ҡорто ғаиләһе һатылған. У.с. тарафынан БР‑ҙың тәбиғәт зоналары өсөн бал ҡорто ғаиләләрен ҡарау технологиялары эшләнә, уларҙы үрсетеү, а.х. культураларын һеркәләндереү, баллы үҫемлектәрҙе интродукциялау һ.б. ысулдар камиллаштырыла. У.с. м‑н М.М.Аҡсурин, В.Н.Власов, Р.А.Зарипов, Е.М.Петров, Р.Р.Янбарисов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019